Ғәилә
23 Февраля 2024, 10:11

Аттың даны ир-егет ҡулында

Мораҙым ауылында БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы, «Почет билдәһе» ордены кавалеры Таштимер Ишмөхәмәт улы Әлибаков иҫтәлегенә ҡышҡы ат ярыштары ойошторолдо. Таштимер Әлибаков районыбыҙҙың үҫеше өсөн күп көс һалған шәхес. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған талапсан, оҫта етәкселәрҙең береһе «Ағиҙел» колхозында рәйес булып эшләгән дәүерендә Байназарҙа ике ҡатлы мәҙәниәт йорто, ауыл хакимиәте бинаһы, Мораҙымда таштан мәктәп һәм мәҙәниәт йорто төҙөтә.

Халыҡ мәнфәғәте өсөн янып эшләгән Таштимер Әлибаков иҫтәлегенә 2021 йылда Мораҙымда таҡтаташ асылһа, дүртенсе йыл рәттән уның иҫтәлегенә ҡышҡы ат ярыштары ойошторола. Ярышты булдырыуҙа, ойоштороуҙа оҙаҡ йылдар Байназар ауылы биләмәһе башлығы булып эшләүсе, хәҙер хаҡлы ялдағы Айрат Салауатов тырышлыҡ һала.

Сатлама һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ярыш яланына халыҡ иртәнсәктән ағыла башланы. Ялан биҙәге - тирмәне үҙ ҡулдары менән эшләгән сергетыштар менән оҫтабикәләр - Мораҙымдан Нәсимә Хәйруллина, Зәлиә Тулыбаева, Байназарҙан Нәсимә Науразбаева, Наилә Мәсәғүтова, Әнисә Салауатова биҙәгән. 

Килгән халыҡ өсөн тирмә янында эҫе сәй табыны ла ойошторолдо.

Үҙ көстәрен һынарға килгән ат һөйөүселәрҙе, Мораҙым халҡын, ҡунаҡтарҙы биләмә башлығы Нуриман Әминев сәләмләп, ярыштың тантаналы өлөшөн асып ебәрҙе. Шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары В. Вәлиева, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы етәксеһе А. Бейембәтов, Таштимер Ишмөхәмәт улының өлкән улы А. Әлибаков изге теләктәрен еткерҙеләр. Ярыштың ҡағиҙәләре менән баш судья Илнар Салауатов таныштырҙы. Илнар Башҡорт дәүләт медицина университетында физик культура кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, фармацевтика факультетының тәрбиә эше буйынса декан урынбаҫары, спорт көрәше буйынса тренер булып эшләй. “Атайсал” республика проектына ярашлы, бәләкәй тыуған еренә ярҙам итеү маҡсатынан, Байназар биләмәһендә, районда үткән күп кенә ярыштарҙы ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтә, әүҙем ҡатнашыусыһы ла ул.

Ярыш ҡағиҙәләренә ярашлы, бәйге 6 этапта үтте. Һәр этаптың исемле кубоктары һәм айырым бағыусылары булды.

Иң беренсе стартҡа 2 йәшкә тиклемге 11 тай-тулаҡ баҫты. Теләгән һәр кем ҡатнаша алған асыҡ бәйгелә һыбайлылар 2400 метрға ярышты. Был ярыш Таштимер Әлибаков иҫтәлегенә арналған кубокка үтте. 1-се урынды уйнаҡлап торған йәш аттарҙы ауыҙлыҡлаған ат һөйөүсе егеттәр араһында «Дунай»  ҡушаматлы ат менән Һарғая ауылынан Илнар Хәмитов, 2-се урынды ошо уҡ ауылдан Илһам Хәмитов, 3-сө урынды Мораҙымдан Ғайса Үтәбаев яуланы. Бәйге өсөн махсус әҙерләнгән аттар ярышында Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығынан «Принц» исемле атта Иҙел Баймөхәмәтов - 1-се, 2-се - Яңы Усман ауылынан Ханнан Мәзитов, 3-сө урында  Мораҙымдан Байрас Әминев.  

2-се этапта һыбайлылар эшсе аттарҙа район Советы депутаты В. Малакаев кубогына уҙышты. Был бәйгелә 13 ҡатнашыусы араһынан 1-се булып “Йондоҙ” ҡушаматлы атында Илнар Хәмитов, 2-се  Мораҙымдан Рәфил Тулыбаев, 3-сө булып ошо уҡ ауылдан Заһир Тулыбаев килде.

Артабан ир-егеттәр Байназар ауылы биләмәһенә ҡараған саналы эш аттарында уҙышты. Бәйгеселәр был этапта иң оҙон арауыҡҡа – 8000 метрға Байназар ауыл биләмәһе башлығы кубогына ярышты. Еңеүҙе Мораҙым ауылынан Байрас Әминев яуланы. 2-се булып финиш һыҙығын Рәфил Тулыбаев (Мораҙым), 3-сө Фәрит Науразбаев (Байназар) үтте.

4-се ярыш махсус хәрби операция геройҙары иҫтәлегенә арналды. Сәмле ярышта бөтә тоҡомло саналы аттар стартҡа баҫты. Бәйгенең иң ҡыҙған мәлендә саналары кәйелеп,  хужалары ҡолап ҡалғас, бер түңәрәкте буш сана менән урап сыҡҡан ат һоҡландырһа, барлыҡ ат ярыштарының ҡатнашыусыһы, Мораҙым ауылынан Ғилман Үтәбаев ҡолап ҡалғас, шунда уҡ атаһы урынына улы Ғәлимдең йән фарманға сабып барған аттың санаһына тейен етеҙлегендә һикереп ултырып китеүе бар халыҡты таң ҡалдырҙы. Сая, отҡор бәйгесе юғалып ҡалманы, киләһе түңәрәктә үҙ урынын кире биләне. Был ярышта 12 бәйгесе араһынан Салауат Килдейәровтың “Сокол” ҡушаматлы атында Фидан Миндеғолов 1-се урынға сыҡты. 2-се - Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының «Толпар»ында Иҙел Баймөхәмәтов, 3-сө - «Малай» исемле аты менән Иҫке Монасип ауылынан Илсур Хәлитов.

Быйыл был ат ярыштарында икенсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында саналы аттарҙа ярыш үтте. Ул бәйгенең иң үҙенсәлекле өлөшө булды. Әйткәндәй, был ярыш төрө республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә уҙғарылғаны юҡ. Сая ҡатын-ҡыҙҙар “Байназар - Айыҡ ауыл – 2024” кубогына уҙышты. Кубокты Мораҙымдан Алма Тулыбаева эләктерҙе. Унан күп тә ҡалышмай, финишҡа ошо уҡ ауыл ҡыҙы Гүзәлиә Малакаева, Байназарҙан Фәйләрә Науразбаевалар килде.

Ярыштың киләһе этабы - оҫта һыбай йөрөүҙе һәм милли көрәште берләштергән “Ауҙарыш” уйыны ике ауырлыҡ категорияһында үтте. Республикала киң танылыу яулай барған ысын батырҙар алышында 1-се урындарҙы 75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сослоҡ буйынса Фидан Сәлиховҡа (Әтек) етеүсе булманы. 2-се урынды Заһир Тулыбаев (Мораҙым), 3-сө урынды Иҙел Баймөхәмәтов (Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы) алды.  75 килограмдан юғарылар категорияһында 1-се урындыФидан Миндеғолов (Килдеғол), 2-се урынды Хәбир Әхмәтшин (Иҫке Монасип), 3-сө урынды Марсель Хәлитов (Байназар) яуланы.

Оло ағайзарҙың ат өҫтөндәге көрәшен ҡыҙыҡһынып ҡарап торған малайҙар, сәмләнеп китеп, ярышырға теләк белдерҙеләр. Йылғыр, сос малайҙар араһында иң-иңе Мораҙымдан Ғайсар Үтәбаев булып сыҡты. 2-се урынды Байназарҙан Ирәндек Әйүпов, 3-сө урынды Мораҙымдан Ғәлим Үтәбаев эләктерҙе.

Ат ярышының иң өлкән ҡатнашыусылары итеп Байназарҙан Фәйләрә Науразбаева һәм Айрат Салауатов, иң кесе ҡатнашыусылары тип Байназарҙан Ирәндек Әйүпов, Мораҙымдан Ғәлим Үтәбаев билдәләнде.

Мораҙым ауылының арҙаҡлы ир-уҙаманы Таштимер Әлибаков иҫтәлегенә үткән традицион ҡышҡы ат ярыштарының йылдан-йыл ҡатнашыусылары күбәйә, ярыштың масштабы ла киңәйә бара. Милли рух менән һуғарылған ат ярышы үҫеп килгән быуында ошо спорт төрөнә, йылҡысылыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йоланы дауам итеү йәһәтенән ҙур роль уйнай.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас