Ғәилә
16 Февраль 2024, 06:56

Эш башы – кәңәш

Район хакимиәте ҡарамағындағы инвалидтар эше буйынса координация советының ултырышы үтте. Унда дүрт мәсьәлә ҡаралды.

“Инвалид балалар һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр менән эште ойоштороу” темаһына доклад менән район мәғариф бүлеге вәкиле М. Ғәлиуллина сығыш яһаны. “Граждандарға (балаларға) инвалидлыҡ йүнләү” темаһына район үҙәк дауаханаһынан И. Иманғолов, “Федераль страховка хеҙмәтенең район инвалидтары менән эше” темаһына ошо хеҙмәт етәксеһе Т. Рәхмәтуллина, “Инвалид балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү” темаһына Н. Сөләймәновалар доклад яһаны.

Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе хәстәрләү йылында инвалидтарға ҡараш тағы ла яҡшыраҡ булырға тейеш, тигән нотала тамамланы ултырыш эшен.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас