Ғәилә
16 Февраль 2024, 10:01

Демография һәм ғаиләләргә ярҙам саралары

2024 йылдың 1 ғинуарына районда 17 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Былтыр районда 197 сабый донъяға килгән (107 малай, 90 ҡыҙ). Уҙған йыл менән сағыштырғанда, 14-кә кәм. 165 кеше (-26) мәрхүм булған, шул иҫәптән 35% хеҙмәткә яраҡлы граждандар. 76 (-4) пар ғаилә ҡорған, 65 (-6) ғаилә айырылышҡан. Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтенән федераль, республика кимәлендә маҡсатлы программалар эшләй. Йәш ғаиләләр торлаҡ һатып алыуға һәм төҙөүгә субсидия, бала тыуғанда банктарға кредит бурысы булһа, уны өлөшләтә ҡаплауға, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн өҫтәмә социаль ярҙам танытмаһы алыу мөмкинлегенә эйә.

«Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» программаһына  ярашлы, 1 йәш ғаиләгә 3 млн. 500 мең һумлыҡ субсидия бирелде, әлеге көндә 35 ғаилә сиратта тора.

Уҙған йылда «Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» программаһына ярашлы, ауыр хроник сир менән яфаланыусы 2 гражданға торлаҡ асҡыстары тапшырылды. Бөгөнгө көндә программала 7 ҡатнашыусы сиратта тора.

Йыл дауамында “Ғаилә” үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлексәһе тарафынан 1968 социаль хеҙмәт күрһәтелде. Шул иҫәптән 473 гражданға “әйберҙәр банкынан” кейем-һалым һәм кәрәк-яраҡтар бирелде, 152 кеше социаль-хоҡуҡи ярҙам менән файҙаланды, 216 граждан төрлө тәрбиәүи сараларҙа, ғаилә ултырыштарында  ҡатнашты, 795 гражданға социаль-психологик консультация үткәрелде. Мөмкинлектәре сикләнгән 23 балаға Белорет ҡалаһындағы реабилитация үҙәгенә юллама бирелде. Йыл барышында 22 ғаилә клубы ултырышы үткәрелде, 102 ғаилә социаль күҙәтеү аҫтында булды.

Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 10 әсә «Әсәлек даны» миҙалын алды. Маликовтар ғаиләһе “Ата-әсә даны” орденына лайыҡ булды.

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһында 32 ойошма һәм шәхси эшҡыуар ҡатнашты. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 85 балаға ярҙамға 143 мең 800 һум аҡса йыйылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас