Ғәилә
12 Февраль 2024, 05:50

Бергә 50 йыл

Парлы йәшәүҙең һәр   түңәрәк датаһы – үҙенә күрә бер ҡабатланмаҫ байрам. Һөйөүҙә һәм татыулыҡта бәхетле оҙон ғүмер кисергән парҙар, һис шикһеҙ, ихтирам һәм һоҡланыу уята. Исламбай ауылында йәшәүсе Фәриҙә Салауат ҡыҙы менән Ғәбдрәшит Ғәбдрәүеф улы Аратовтарҙың иңгә-иң терәп бергә ғүмер итеүҙәренә 50 йыл. Ике уңған бергә тура килгәнгә лә, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло.

Алтын туйға ҡәҙәр бергә йәшәү – йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул.

50 йыл татыу ғүмер кисереү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек кәрәк.

Рәшит ағай бөтә ғүмерен колхозға бағышлап, күп йылдар механизатор булып эшләй. Ә Фәриҙә Салауат ҡыҙы бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнай, уларға яҡшы тәрбиә бирә. Аратовтар намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыҡҡандар.

5 улға ғүмер биреп, уларҙы итәғәтле, эшһөйәр итеп үҫтерҙеләр, һәр береһенә белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Бөгөнгө көндә 4 ейән-ейәнсәрҙәренә өләсәй-олатай булып бәхетле ғүмер кисерәләр.

Юбилярҙарҙы матур байрамдары менән ҡотлап, мәҙәниәт, мәғәриф хеҙмәткәрҙәре,  уҡыусылары өйҙәренә барып, республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән бүләк һәм маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.

Уларҙың ғүмере - йәш быуынға лайыҡлы үрнәк.

Аратовтарға ныҡлы сәләмәтлек, күңел күтәренкелеге, туғандарының, ауылдаштарының ҡәҙер- хөрмәтендә оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас