Ғәилә
9 Февраль 2024, 06:47

Яҡлауға мохтаж балаларға иғтибарлы булайыҡ

Ниндәй генә мохтажлыҡтар кисергән йәки мәшәҡәттәр тыуҙырған бала булмаһын, беҙ һәр кемгә үҙен асыр өсөн шарттар тыуҙырырға, йәмғиәткә файҙалы кеше булып, үҙен тиң хоҡуҡлы итеп тойорға ярҙам итергә тейешбеҙ. Ошо юҫыҡта районда һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларға белем биреү һәм тәрбиәләү өлкәһендә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.      

Баланы социаль һәм хеҙмәт мөхитенә әҙерләү, иптәштәре менән аралаштырыу, коррекцион ярҙам күрһәтеү маҡсатында Иҫке Собханғол урта мәктәбенең  I һәм II баҫҡыстарында интеллектуаль яҡтан үҫеше тотҡарланған балалар өсөн махсус кластар булдырылып, адаптацион программа менән 4 укыусыға белем һәм тәрбиә бирәләр.  Ошо уҡ мәктәптә, Иҫке Собханғол төп мәктәбендә, 2-се һанлы Иҫке Собханғол мәктәп-балалар баҡсаһында һәм Байназар урта мәктәбендә логопед һәм психолог кабинеттары, релаксация бүлмәһе эшләп килә.

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ваҡытында асыҡлау, уларға комплекслы тикшереү, артабанғы белем алыу һәм тәрбиә формаһын билдәләүҙә мәктәптәрҙә эшләп килгән логопед һәм психологтарҙың ярҙамы бик ҙур. Атай-әсәйҙәргә кәңәштәр биреп, улар баланы артабан психологик-медик-педагогик ярҙам күрһәтеү комиссияһына тәҡдим итәләр. Республика зона ПМПК-һының Белорет филиалы менән мәғариф бүлеге күп йылдар тығыҙ бәйләнештә эшләп килә. Уҡытыусы һәм ата-әсә ризалығы менән берлектә баланы комиссия белгестәренә күрһәтеп, уҡыу һәм тәртип кимәлен, артабан адаптацион уҡыу программаларын билдәләйбеҙ. Бала белемде еңеләйтелгән формала ала. 

Бындай тикшеренеүҙәр үткәндә табип-психиатрҙарҙың һәм балалар неврологының булмауы ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Комиссия үтеү һәм диагнозды дөрөҫләү өсөн ғаиләгә баланы Республика психиатрия клиникаһына алып барырға кәрәк.

ПМПК-ға алып барыу менән иң башта ата-әсәләр ҡыҙыҡһынырға тейеш. Әгәр уҡыусы бала үткән материалды иҫләмәй, хәрефтәрҙе таный алмай, беренсе кластың аҙағына уҡырға өйрәнә алмай икән, дәфтәрҙәге юлды күрмәй ыҙалана, бергә уҡыған иптәштәренә ҡамасаулай йәки киреһенсә, әйтер һүҙен әйтә алмай тотлоғоп, өндәшмәҫ ҡурҡыуға һабышып, үҙен тиҫтерҙәре араһында түбән күреп аралашыуҙан баш тартһа, бөтөнләй тиерлек аң–зиһене, аҡыл ҡеүәһе аҡһаған осраҡта, үҙен йәшәйештә тотошо, тәртибе яғынан башҡа уҡыусыларға хәүеф янай икән, ул балалар психологы һәм логопеды, невролог, педиатр,  зона ПМПК-һының Белорет филиалы белгестәренең ярҙамына мохтаж.

Мәктәптә алған белем менән генә оло юлға аяҡ баҫыу дөрөҫ түгел, ата-әсә ошо ваҡытта балаһына ярҙам итергә, уның эске күңеленә иғтибар итергә тейеш. Бала үҙен нисек тоя, нисек тота, тиҫтерҙәре менән аралашамы тигән һорау биреп, уйланырға бурыслылар. Иң беренсе нәүбәттә педиатр менән кәңәшләшеп, медицина яғынан ентекле тикшерелеп, тейешле яраҙам алыуҙы ойоштороу - беҙҙең төп бурыс.

Ни өсөн мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың белем кимәлен 9-сы класҡа тиклем тикшереп, ваҡытында ҡулайлы шарттар тыуҙырыуҙы алдан хәстәрләү мөһим?

Сөнки ПМПК-ны төп дөйөм белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын (ГИА) тапшырыуҙа махсус шарттар булдырыу тип аңлау мөһим.

ГИА-ны махсус шарттарҙа тапшырыуға кемдәр хоҡуҡлы:

-Мәктәптә мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн яраҡлаштырылған программа буйынса белем алыусылар;

-Тыумыштан инвалид (ғәрип) балалар;

-Һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнеп, белемде өйҙә (медицина ойошмаһында) алыусылар.

Улар ГИА-ны рус теле һәм математика фәндәренән дәүләт сығарылыш имтиханын телдән һәм яҙма рәүештә бирә алалар. Дәүләт сығарылыш имтиханын уңышлы биреп, уҡыусы ҡулына төп дөйөм белем тураһында таныҡлыҡ ала.

Уҡыусыларға тейешле документтарҙы ҡулдарына алыуға ярҙам итеү формаһында ПМПК-ны ваҡытында үтеп ҡалыуҙы хуп күрәбеҙ. Сөнки 1 февралдән һуңға ҡалмай, тейешле ҡағыҙҙарҙы Мәғариф министрлығына ебәрергә тейешбеҙ.

Үткән уҡыу йылдарында 9-11 класты тамамлаған мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларыбыҙ бөгөнгө көндәрҙә Өфө, Белорет ҡалаларында белемдәрен камиллаштыралар.

Һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларға белем биреүҙә, тәрбиәләүҙә, тормошҡа яраҡлы итеп әҙерләүгә шарттар булдырыуға дәүләт ҡуйған бурыстар беҙҙә үтәлә, тик хәл итәһе мәсьәләләр бар:

-балаға ваҡытында ярҙам күрһәтеү маҡсатында мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында уңайлы шарттар булдырыу;

- һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә ваҡытында кәңәш һәм мәғлүмәт биреп, ярҙам күрһәтеү;

- айырым ҡараш талап ителгән балаларға өҫтәлмә белем биреүҙе ойоштороу;

- килеп тыуған мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итер өсөн ата-әсәләр, уҡытыусылар, етәкселәр, табиптар менән уҡыусыларға, кескәйҙәргә иғтибарҙы күберәк бүлеү, уларҙың йәшәү, уҡыу шарттарын еңеләйтеүгә булышлыҡ итеү.

Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, балаларҙың яҙмышына битараф булмайыҡ. Барлыҡ борсоған һорауҙарығыҙ буйынса мәктәптәрҙә класс етәкселәренә, балалар баҡсаларында тәрбиәселәргә, етәкселәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Улар мәғариф бүлеге аша тәғәйен белгестәргә бәйләнешкә сығып, кәрәкле мәғлүмәтте һеҙгә еткерерҙәр. Беҙгә бергә килешеп хәл итеү мөһим, сөнки сит балалар булмай, ә яҡлауға мохтаж балалар беҙҙән айырыуса ҙур иғтибар талап итә.

Автор:
Читайте нас