Ғәилә
9 Февраль 2024, 06:43

Ғаилә йылы сараларға бай буласаҡ

Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов Бөрйән районында Ғаилә йылын үткәреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Йыл төрлө әһәмиәтле сараларға бай ғына булмаҡсы. Йыл башынан алып уларҙың байтаҡтары тормошҡа ашырылды ла инде.

Мәҫәлән, февраль айына ғына байҡау яһағанда ла, ай башында саңғы ярыштары үтте. Ошо арала ауыл хакимиәттәре башлыҡтары араһында биатлон ярышы үтә. Унан бильярд турниры, “Ҡаһарманлыҡ” ордены кавалеры В. Вәлиев иҫтәлегенә многоборье буйынса ярыштар, И. Ә. Ғәбитов исемендәге ҡышҡы ат ярыштары (һыбай һәм саналы) асыҡ фестивале һәм уның сиктәрендә “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары”, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата ярыштар, март-апрель айҙарында “Ҡаһарманлыҡ” ордены кавалеры С. Билалов иҫтәлегенә “Батырлыҡты данлар йырҙар бар” тигән йыр конкурсы, Генерал Шайморатов ордены кавалеры Б. Бикбулатов иҫтәлегенә “Еҙ үксә” бейеү конкурсы, “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” тигән  һәм башҡа күп төрлө саралар ҡаралған.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас