Бер көн ҡараңғы төшөүгә өләсәйем Зөләйха инәйҙәргә ҡунаҡҡа китте. Мин һуҡыр шәм яҡтыһында дәрес әҙерләпултырам. Шул ваҡыт ишек шаҡынылар. Ул арала ишектән Яхин Зәки ағайинеп килә. Оҙон кәүҙәле булғанлыҡтан, ул башын ишек яҡтауына төкөп алды ла: «Һөйөнсө», - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Артынса ишектән шинель кейгән һалдат килеп инде. Ул өләсәйемдең кесе улы, атайымдың бер туған ҡустыһы Сәғәҙәтдин ағайым ине. Мин урындыҡ өҫтөнән уның түшенә ырғып, муйынынан ҡосаҡлап алдым...Бына ошо декабрь кисенә 63 йыл тулып уҙҙы. Бөгөн булһын мин ағайымдың тыштан яңы ғына ингән шинеленең бераҙ һалҡынлығын тоям. Көслө ҡулдар мине күтәреп алды,күкрәгенә ҡыҫып, арҡамдан һөйҙө. Ул төн күрше - тирә апалар, инәйҙәр, ағайҙар,еңгәйҙәр беҙҙә булды,атай ҙа ат менән ҡайтып төштө. Өләсәй ағай ҡайтыуға тип бал ҡойған ине. Күрше Нуретдин,Юныс, Ҡотлоғәләм апалар,Әҡсән, Зөбәйер, Ханнан, Ғәлиән ағайҙар һәм атайым фляганың төбөнә еткәнсе байрам иттеләр.Сәғәҙәтдин ағай армиянан сигнал ракетаһы алып ҡайтҡан ине. Төндә уны һауаға аттылар. Дауамы гәзит биттәрендә. №5 02.02.2024 й.