2023 йыл буйынса отчет менән “Атайсал” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Миләүшә Алсынбаева сығыш яһаны.
“Атайсал” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге ярҙамға, социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип танылған граждандарға - оло йәштәгеләргә, инвалидтарға, инвалид балаларға йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, 3 йәше тулмаған балаһы булған ғаиләләргә бала ҡарашыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.
- 2023 йылда үҙәктә 27 хеҙмәткәр (21-е – социаль хеҙмәткәр) эшләне. 392 кешене хеҙмәтләндереү планға алынғайны, беҙҙең хеҙмәт менән 423 кеше файҙаланды. Улар араһында 18 кеше - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары, 12 кеше - 3 йәшкә тиклемге балалар. План 107%-ҡа үтәлде. 288 кеше бушлай, 135 кеше түләүле хеҙмәтләндерелгән. 4161 социаль һәм 3410 социаль медицина хеҙмәттәре күрһәтелде. Түләүле хеҙмәттәрҙән ойошма 731 627,15 һум килем алды. Шуларҙың 45,03%-ы социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына йүнәлтелгән. Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы 24 534 һум булды.
Ни өсөн хеҙмәттәрҙең бушлайы, түләүлеһе бар? Йыл һайын социаль хеҙмәт алыусының йән башына уртаса килемдең сикке күләме билдәләнә. Социаль хеҙмәт алыусының йән башына уртаса килеме сикке дәүмәлдән түбәнерәк булһа, социаль хеҙмәт билдәле күләмдә түләүһеҙ күрһәтелә, сикке дәүмәлдән артһа, хеҙмәт түләүле нигеҙҙә башҡарыла. 2023 йылда сикке дәүмәт 17 981 һум тәшкил итте, ә 2024 йылда 18 795 һум кимәлендә раҫланды. Районда пенсионерҙарҙың килемдәре аҙ, шуға күрә күпселек хеҙмәттәр бушлай башҡарыла. Хаҡ өҫтәлмә хеҙмәттәр өсөн генә алына. Миҫал өсөн: килеме аҙ булған оло инәйҙең майҙаны 32 квадрат метрҙан ҙур булмаған өйөнөң иҙәнен айына бер тапҡыр йыуып биреү бушлай башҡарыла. Ике тапҡыр йыуылһа, икенсеһенә түләү ҡаралған. Ләкин беҙ йыш ҡына ташламалар эшләйбеҙ. Мәҫәлән, иҙән йыуыуҙы өй эсендәген генә иҫәпләйбеҙ, ә солан, веранда, һикәлтәләрҙе социаль хеҙмәткәрҙәр рәхмәт өсөн дә йыуып китә. Шуға ла ололарҙан һәр ваҡыт рәхмәт һүҙҙәре генә ишетәбеҙ, килешеп эшләйбеҙ.
Бөгөнгө көндә беҙҙең ойошма хөкүмәт тарафынан гарантияланған исемлеккә ингән 53 төр социаль һәм 11 төр социаль медицина хеҙмәте күрһәтә. Уларҙан тыш, тик беҙҙең районға ғына хас булған өҫтәмә хеҙмәттәр исемлеге булдырылды. Унда 32 социаль һәм 22 социаль медицина хеҙмәттәре ингән. Социаль хеҙмәттәр менән ҡулланыусылар күбеһенсә һыу, утын индереү, иҙән йыуыу кеүек эштәргә заказ бирә. Миҙгелле эштәрҙә лә ярҙам итәбеҙ: һарыҡ ҡырҡыу, баҡса эштәре, тәҙрәләрҙе ҡатлау, йыуыу, ремонт эштәрендә ярҙамлашыу, буяу, өй йыуыу, мейес ағартыу, ишек алдын йыйыштырыу, ҡышын ҡар көрәү. Тағы ла ҡунаҡ, аят аштарында ла ярҙам итешә социаль хеҙмәткәрҙәр. Әлбиттә, был эштәр бушлай эшләнмәй, хаҡтар ололарҙың мөмкинлегенә ҡарап билдәләнгән.
Беҙҙең һәр ҡулланыусы республика реестрына индерелгән, һәр береһенә шәхси программа төҙөлгән, - тине Миләүшә Ғайса ҡыҙы. Ул яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе лә атап үтте. Ҡурғашлынан Гөлсинә Ҡарағолова, Әбделмәмбәттән Миләүшә Йәһүҙина, Иҫке Собханғолдан Гүзәл Халиҡова, Ғәлиәкбәрҙән Гүзәл Аҫылғужина, Яңы Мөсәттән Гөлйемеш Дәүләтшина - уҙған йылда пландарын яҡшы үтәгән хеҙмәткәрҙәр. Һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булған Исламбайҙан Маргарита Хәйбуллина РФ Хеҙмәт Һәм социаль яҡлау министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Көн тәртибендә шулай уҡ 2024 йылға план ҡаралды. “Атайсал” үҙәге план буйынса 494 кешегә хеҙмәт күрһәтеүҙе күҙ уңында тота, 15 ғинуарға ҡарата 393 кеше менән килешеү төҙөлгән.
Хөрмәтле райондаштар, әгәр ҙә һеҙ социаль ярҙамға мохтаж булһағыҙ йәки һеҙҙең ярҙамға мохтаж туғандарығыҙ булһа, көнкүреш эштәрен башҡарыуға социаль хеҙмәткәрҙе ярҙамға саҡыра алаһығыҙ. Бының өсөн ауылдағы социаль хеҙмәткәргә, йәки ауыл хакимиәтенә, йәки “Атайсал” үҙәгенә (тел. 3-68-18) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
- Халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтелмәгән ауылдар ҙа бар. Бәлки, унда эшләргә теләүсе ҡатын-ҡыҙҙар барҙыр. Беҙҙең эштә иң мөһиме кеше менән уртаҡ тел таба белеү, иплелек, эшлеклелек, мохтаждарға ихлас ярҙам итеү теләге, - тине М. Алсынбаева.