Ғәилә
26 Ғинуар 2024, 06:34

Берҙәм пособиеларығыҙҙы оҙайттығыҙмы?

Күп ата-әсәләр бер йыл элек ғинуарҙа юллаған берҙәм пособиеларын оҙайта. Ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә ярашлы, Социаль фонд (СФР) түләүҙәрҙе 12 айға тәғәйенләй. Ошо ваҡыт үтеп киткәс, пособиены артабан да алыр өсөн ата-әсәләргә фондҡа яңы ғариза бирергә кәрәк. Быны пособие түләү билдәләнгән  срок тамамланыр алдынан булған айҙа эшләргә мөмкин. Йәғни 12-се ай дауамында. Был ғаиләләргә финанс ярҙамды өҙөклөкһөҙ алырға мөмкинлек бирә.

Миҫал. Ғаилә пособиены 2023 йылдың ғинуарында юллаған икән, ти, тимәк, түләүҙәрҙе оҙайтыуҙы 2023 йылдың декабренән башларға мөмкин.

Әгәр ата-әсәләр ғаризаны берҙәм пособие тәғәйенләнгән осорҙоң һуңғы айында (12-се айында) бирһәләр, ул ваҡытта пособие өҙөклөкһөҙ оҙайтыла.

Яңы тәғәйенләнгән пособиеның тәүге түләүен ата-әсәләр үҙҙәре өйрәнгән график буйынса февралдә ғинуар өсөн ала. Балалар пособиеларының күбеһе Социаль фонд тарафынан яңы айҙа үткән ай өсөн түләнә.

   Артабан, пособие банк карталарына күсерелһә, пособие айҙың 3-сө числоһында үткән ай өсөн күсә. Почта аша булһа, айҙың 1-енсе числоһынан 25-се числоһына тиклемге ваҡыт эсендә үткән ай өсөн килә.

Барлыҡ ата-әсәләр ҙә пособиены оҙайтыуға алдан мөрәжәғәт итмәй. Әгәр яңы ғаризаны пособиены алыуҙың һуңғы айында бирергә мөмкинлек булмаһа, уны артабанғы айҙа йәки һуңғараҡ та бирергә мөмкин. Был осраҡта пособие түләүе мөрәжәғәт иткән айҙан тәғәйенләнә.

Миҫал. Ата-әсәләр берҙәм пособие алыуҙы декабрҙә тамамланылар һәм берҙәм пособиены оҙайтыуға яңы ғариза бирмәнеләр, икән ти. Пособие алыуға яңы ғаризаны ғинуарҙа бирһәләр, ул осраҡта, берҙәм пособие хупланған хәлдә, тәү тапҡыр тәғәйенләгәндәге кеүек үк, мөрәжәғәт иткән айҙан - тәғәйенләнгән көнөнән алып 5 эш көнө дауамында билдәләнә. Артабан алдағы ай өсөн берҙәм пособие түләү көнөндә – айҙың 3-сө числоһында йәки почта аша булғанда – айҙың 1-енән 25-енә тиклемге ваҡыт эсендә түләнә.

Шуны билдәләргә кәрәк, пособиены оҙайтҡанда, тәүге тапҡыр тәғәйенләгәндәге кеүек үк, Социаль фонд, социаль ярҙамға мохтажлығын билдәләр өсөн, ғаиләнең килемен һәм мөлкәтен тикшерә.

Байтаҡ пособие алыусылар өсөн был тикшереү һиҙелмәй генә үтә. Сөнки фонд кәрәкле мәғлүмәттәрҙе үҙаллы асыҡлай. Ҡайһы бер ата-әсәләргә айырым документтарҙы алып килеү кәрәклеге тураһында иҫкәрмә (уведомление) килеүе ихтимал.

Берҙәм пособиены тәғәйенләү тураһында ғариза менән дәүләт хеҙмәте порталында, күп функциялы үҙәктә (МФЦ) йәки Социаль фондтың теләһә ҡайһы клиент хеҙмәтендә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Пособие тәғәйенләүҙе һорап бирелгән ғариза фонд тарафынан 10 эш көнө дауамында ҡарала.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас