-Гөлсәсәк Рәхмәт ҡыҙы, һүҙҙе ғаиләләр өсөн иң ҙур шатлыҡ булған сабыйҙар тыуыуға бәйле һандарҙан башлайыҡ.
-Әлбиттә. 2024 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Бөрйән районы буйынса ЗАГС бүлеге буйынса бөтәһе 538 гражданлыҡ хәле акты теркәлде. Шуларҙың 197-һе сабый тыуыу тураһында яҙыуҙар. Малайҙар күберәк – 107, ҡыҙҙар – 90. 2022 йыл менән сағыштырғанда, тыуым кимәле бер ни тиклем кәмегән, тәғәйен алғанда, 14-кә әҙерәк булған.
Яңғыҙ әсәләр (матери-одиночки) һаны артҡан – 22. Ике ғаиләлә игеҙәктәр донъяға килгән. 8 балаға ҡарата атаһын билдәләү акты төҙөлгән. Үткән йылда тыуған балаларҙың 85 проценты законлы никахта булған ата-әсәләрҙеке.
Балалар тыуыуын теркәү, нигеҙҙә, суперсервис аша башҡарыла, айырым осраҡтарҙа ғына граждандарҙы шәхси ҡабул итеү буйынса үткәрелә.
-Тыуым бар, үлем бар, тигәндәй...
-Эйе, тормош бит инде. Үткән йылда 165 райондашыбыҙҙы юғалттыҡ. 2022 йыл менән сағыштырғанда, үлем осраҡтары 26-ға кәмерәк булды, шөкөр. Вафат булғандарҙың 88-е – ир-ат, 77-һе – ҡатын-ҡыҙҙар. Үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуҙың (суицид) 9 осрағы теркәлгән. 2022 йылда 13 осраҡ булғайны. Суицид аҙымына барыусыларҙың уртаса йәше - 47 йәш.
Үлемдең сәбәптәре асыҡланмау сәбәпле, үлем тураһында 30 медицина танытмаһы (предварительное медицинское свидетельство) бирелде. Лаборатор тикшереүҙәр алып барыла. Бер кеше юл-транспорт ваҡиғаһы, 4 кеше бәхетһеҙ осраҡтар ҡорбаны булған. 9 кешенең үлеме суд ҡарары нигеҙендә теркәлгән. Ҡалған осраҡтарҙа кешеләр төрлө ауырыуҙар һөҙөмтәһендә донъя менән бәхилләшкән.
Вафат булған райондаштарҙың 35 проценты хеҙмәт йәшендәгеләр (44 ир-ат һәм 12 ҡатын-ҡыҙ). 26 проценты тәбиғи үлем менән вафат булған (30 ҡатын-ҡыҙ һәм 12 ир-ат).
Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, районда ир-егеттәрҙең уртаса ғүмер оҙайлылығы – 63, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 73 йәш.
-Никах мәсьәләләрендә ниндәйерәк тенденция күҙәтелә?
-Үткән йылда 76 пар законлы никахҡа ингән. 2022 йыл менән сағыштырғанда, никахҡа инеүселәр һаны 4-кә кәмерәк. Шуныһы эсте бошора – никахтарын законлаштырыусылар һаны йылдан-йыл кәмеп бара. Йәштәр никахтарын законлаштырырға атлығып бармай, ә бергә йәшәйҙәр.
-Айырылышыу, ғаиләләр тарҡалыу осраҡтары менән эш нисегерәк?
-Уҙып киткән йылда никахты тарҡатыу тураһында 65 акт теркәлгән. Был 2022 йыл менән сағыштырғанда 6-ға кәмерәк, әлбиттә.
Тарҡалған 65 ғаиләнең 57-һе суд ҡарары менән ғаиләһен тарҡатҡан, 8 пар - уртаҡ ғариза нигеҙендә.
Айырылышыу осраҡтарының 36 проценты ғаилә стаждары 1 йылдан 5 йылға тиклемге парҙарға, 43 проценты ғаилә стаждары 6 йылдан 15 йылға тиклемгеләргә, 21 проценты 16 йылдан артығыраҡ бергә йәшәгән парҙар өлөшөнә тура килә.
-ЗАГС тағы ла ниндәй эштәр башҡарҙы?
-601 архив белешмәләре (справкалар) бирелгән, 31 эш буйынса төҙәтмәләр индереү мәсьәләһе ҡаралып, ҡарар ҡабул ителгән.
Урындағы ауыл хакимиәттәре һәм коллективтар менән берлектә 3 парҙың бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыу айҡанлы, 16 парҙың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыу уңайынан ғаилә байрамдары ойошторолдо, уларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының бүләктәре тапшырылды.
Үтеп киткән йылдың күрһәткестәре бына шулайыраҡ. Башланып ҡына торған йылдың демографик күрһәткестәре күпкә яҡшыраҡ булһын. Законлы никахҡа ингән ғаиләләр артһын, балалар күберәк тыуһын, үлем осраҡтары кәмеһен. Райондаштарға именлек, һаулыҡ, тормоштарына бәрәкәт теләйем.
-Гөлсәсәк Рәхмәт ҡыҙы, ентекле яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Эштәрегеҙҙә уңыштар насип булһын!