Ғәилә
12 Ғинуар 2024, 05:53

Яңы йыл ғаилә уйындарынан башланды

Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән Ғаилә йылы ғаилә уйындарынан башланды. Был йолаға әүерелгән сара бөтә Башҡортостанда ғинуар буйына ойошторола.

Ҡышҡы каникул осоронда беҙҙең район мәктәптәрендә лә башланғыс кластарҙың ғаилә командалары араһында “Яңы йыл ғаилә уйындары-2024” мәктәп фестивалдәре уҙғарылды. Командалар составында атай, әсәй һәм бала ҡатнашты.

10  ғинуарҙа иһә “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Байназар ауылы ерлегендә - мәктәптең хоккей майҙансығында “Яңы йыл ғаилә уйындары-2024” район фестивале үтте. Унда мәктәп этабы еңеүселәре - 8 мәктәптән сәләмәт тормош яҡлы, спорт йәһәтенән әүҙем 8 ғаилә көс һынашты.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы район мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Сәйфитдинов һәм Байназар урта мәктәбе директоры Нурзилә Исмәғилева тәбрикләне. 4-се класс уҡыусыларының ғаилә тураһындағы дәртле йырҙары, “Еҙ үксә” ансамбле бейеүселәренең “Бөрйәндең егеттәре” бейеүе сараға байрамса төҫ индерҙе.

Ярышта ҡатнашыусы ғаиләләр төрлө ҡыҙыҡлы, күңелле уйындарҙа ярышты: барлыҡ ҡатнашыусылар быйма кейеп, теннис тубын сәкән менән, артабан обруч менән ваҡытҡа йөрөттөләр, команда менән обруч эсенә инеп тә, тоҡтарға балаларын ултыртып та йүгерҙеләр. 

Ярыштарҙың һәр этабында ла ҡатнашыусыларҙы көйәрмәндәр хуплап, дәртләндереп торҙо.

Ҡыҙыҡлы, көсөргәнешле ярышта Байназарҙан Илнар, Фирүзә һәм ҡыҙҙары Наҙгөл Хисаметдиновтар ғаиләһе иң күп мәрәйҙәр йыйып, еңеүсе тип табылды. “Уйламағанда беренсе урын алып ҡыуандыҡ. Бәләкәй саҡтан үҙебеҙ спорт менән шөғөлләнһәк, хәҙер балаларҙа ла спортҡа һөйөү тәрбиәләйбеҙ”, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Хисаметдиновтар (уңдағы һүрәттә). Әйткәндәй, улар ғаилә уйындарының республика этабында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булдылар.

Яңы Монасиптан Опря, Ағиҙел биҫтәһенән Дәүләтбаевтар ғаиләләре икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урынды Ырғыҙлынан Симоновтар, Әбделмәмбәттән Ғәлекәйевтар, Байназарҙан Алтынбаевтар ғаиләләре алды.

Еңеүселәр дипломдар, бүләктәр, татлы күстәнәстәр менән бүләкләнде. Иҫке Собханғолдан Буранбаевтар, Яңы Собханғолдан Кинйәбаевтар, Тимерҙән  Дәүләтҡужиндар ғаиләләренә ҡатнашыусы сертификаттары һәм бүләктәр тапшырылды.

Автор:
Читайте нас