Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
25 Ноябрь 2023, 12:16

Түңәрәк өҫтәл артында

Райондың мәшғүллек үҙәгендә "Эшләүсе әсәләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау" темаһына түңәрәк өҫтәл үтте.

Түңәрәк өҫтәл артында
Түңәрәк өҫтәл артында

Бүлек етәксеһе Нәйлә Ишкилдина сарала ҡатнашыусы әсәләрҙе байрам менән ҡотлағас, көнүҙәк һорауҙар менән таныштырҙы. Түңәрәк өҫтәл артында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хеҙмәт ҡанунында ҡаралған гарантиялар һәм компенсациялар, дәүләт йүнәлеше буйынса бушлай һөнәри белем алыу, квалификацияны күтәреү, ҡайтанан уҡыу мөмкинлеге, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә социаль контракт нигеҙендә АСПК-ны юллау тәртибе кеүек мәсьәләләр ҡаралды.

Сараның аҙағында "Ғаилә" үҙәге етәксеһе Дилбәр Нәбиуллина психологик уйын үткәрҙе. Уйын барышында ҡатнашыусылар үҙҙәренең бергәләп эш итеү, кешене тыңлау, ярҙамға килеү, мөһим ҡарарҙарҙы килешеп ҡабул итеү кеүек һыҙаттарын асыҡланылар.

Түңәрәк өҫтәл артында
Түңәрәк өҫтәл артында
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: