Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
20 Сентябрь 2023, 17:06

Ауыр сирле балалар өсөн бушлай авиаосош тураһында

Ауыр сирле балалар өсөн бушлай самолётта юл йөрөү тураһында нимә белергә кәрәк - Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса белгестәре аңлата.

Ауыр сирле балалар өсөн бушлай авиаосош тураһында
Ауыр сирле балалар өсөн бушлай авиаосош тураһында

Быға тиклем дауаланыу урынына һәм ҡайтыр яҡҡа арҡа мейеһе сире менән яфаланған йәки арҡа мейеһе йәрәхәтләнгән инвалид балалар, шулай уҡ Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә йәки тимер юл бәйләнеше булмаған биләмәләрҙә йәшәгән инвалид балалар ғына самолетта бушлай оса ала ине.

2023 йылдың башынан (https://vk.cc/cr1GPH) дауалау урынына авиация транспортында бушлай барып ҡайтыу шулай:

🔹 яман шешкә ҡаршы һәм иммунитетты күтәреүсе терапия алған онкологик, гематологик һәм иммунологик сирле инвалид балаларға;
🔹 гемодиализдағы хроник бөйөр етешмәүсәнлеге менән сирләгән инвалид балаларға;
🔹 шулай уҡ уларҙы оҙатып йөрөүсе кешеләргә ошо мөмкинлектән файҙаланырға рөхсәт ителә.

Ташлама алыу өсөн мотлаҡ шарт - тимер юл транспортында дауаланыу урынына тиклем юлда үткән ваҡыт 12 сәғәттән йәки юл оҙонлоғо 1 мең саҡрымдан ашыу булырға тейеш.

Башҡортостанда балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр өсөн Өфө - Мәскәү - Өфө һәм Өфө - Санкт-Петербург - Өфө маршруттары асыҡ.

Бушлай юл йөрөү документын юллау өсөн Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә https://vk.cc/cr1KIO һәм хеҙмәт күрһәтеүгә ғариза, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан бирелгән дауалауға йүнәлтмә һәм Талон 2 тапшырырға кәрәк.

Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ:

🔹 Кемдең ҡала-ара транспортта дауаланыу урынына тиклем һәм ҡайтыр яҡҡа ташламалы юл йөрөү хоҡуғы бар

🔹 Ташлама менән ҡулланыусылар өсөн бушлай юл йөрөү хаҡында

🔹 Кассаға мөрәжәғәт итмәйенсә, дауалау урынына тиклем поезға ташламалы билетты нисек алырға?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас в