Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
6 Сентябрь 2023, 11:32

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособиены нисек юлларға

Башҡортостанда бөтә ғаиләләр ҙә бала тыуғанда, килеменең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, бер тапҡыр бирелә торған пособие юллай ала.

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособиены нисек юлларға
Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособиены нисек юлларға

  Аҡсаны ата-әсәләрҙең береһе, шул иҫәптән баланы тәрбиәгә, уллыҡҡа алыусы, попечитель йәки туғаны ала.

Бындай пособие бала тыуғас бер тапҡыр түләнә.

2023 йылдың 1 февраленән төбәктә пособие күләме 26 345,38 һум тәшкил итә, сумма йыл һайын индексациялана. Ике һәм унан күберәк бала тыуһа, түләү уларҙың һәр береһенә ҡаралған.

❓Пособиены нисек юлларға?

Пособие Рәсәй Федерцияһы граждандарына, шулай уҡ ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәте йәки ҡасаҡ статусына эйә сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә түләнә. Түләүҙе эшләп йөрөүселәр, гражданлыҡ хеҙмәтендәгеләр, опекундар, сабыйҙы уллыҡҡа алыусылар, тәрбиәгә алыусы ата-әсәһе юллай ала. Эшкә урынлашмаған ата-әсәләр өсөн дә түләүҙе рәсмиләштереү мөмкинлеге бар, ләкин уларҙың икеһенең дә эшләмәүе шарт. Шулай уҡ улар юғары уҡыу йортонда йәки колледжда көндөҙгө бүлектә уҡырға мөмкин.

Эшләүсе ата-әсәгә түләү автоматик рәүештә килә. Документтар һәм белешмәләр талап ителмәйәсәк, сөнки эш биреүсе Социаль фондҡа кәрәкле мәғлүмәттәрҙе үҙ аллы ебәрәсәк.

Башҡа категория граждандарға ғариза менән Социаль фондҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, шулай уҡ быны Күп функциялы үҙәк йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша эшләргә мөмкин. Тейешле документтар һәм һәр осраҡ тураһында ентекле мәғлүмәтте түбәндәге сайтта https://vk.cc/colxfZ, Күп функциялы үҙәктә https://vk.cc/ckQ0w0 йәки фондтың клиенттар хеҙмәтендә https://vk.cc/cleqKt белергә мөмкин.

Пособиеға ата-әсәләрҙең береһе генә ғариза бирә ала.

🗓 Түләүгә ғаризаны бала тыуғандан һуң 6 ай эсендә бирергә кәрәк.

Берҙәм бәйләнеш үҙәге: 8 (800) 1-00000-1

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: