Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
28 Сентябрь 2023, 11:39

Тәүге мөхәббәт һағышы

Тик мине, ғәҙәттәгесә, шат йылмайған матур ханым түгел, ә илап күҙҙәре ҡыҙарған, шешенеп бөткән Мөслимә ҡаршы алды. Ҡотом осоп: “Филүскә берәй нәмә булдымы әллә?” – тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым (һуңғы арала Себерҙә авария артынан авария булып торғас, иң тәүҙә башыма шул уй килде).

– Юҡ, бөгөн эштә Рәшитте осраттым...
Аптырауымдан саҡ ултыра төшмәнем. Ишетеп булһа ла беләм мин ул әҙәмде. Күршемдең тәүге мөхәббәте, аҙаҡ аҡылдан яҙҙырыр хәлгә еткереп ташлаусы егет, хәҙер инде ир йораты.
– Һеҙҙең дауаханала нимә ҡарап йөрөй? Әллә эшләйме?
– “Тиҙ ярҙам” менән бер туған апаһын алып килгәндәр. Операцияны мин эшләгәйнем, рәхмәт әйтергә тип, хирургты һораған да, мине өйрәтеп ебәргәндәр.
– Нимә ти?
– Рәхмәт әйтте лә сығып китте.
– Хәлеңде лә һорашманымы ни?
– Һин табипмы ни хәҙер, тип кенә һораны. Ташлашҡан саҡта мин шәфҡәт туташы булып эшләй инем бит...
– Вәт мужлан, ә?! Өс йыл буйы дуҫлашып йөрөгән кешене күр ҙә, эш тураһында һорашып тор инде. Таш йөрәк икән ул Рәшит тигән әҙәмең...
– Ә нимә эшләргә тейеш һуң ул? Килеп ҡосаҡлап, мин һаман һине һағынам, тиһенме? Яратһа, ташлап китмәҫ ине...
Күршем менән башҡаса һүҙҙәр бәйләнмәне. 20 йыл буйы йәшерергә тырышып йәшәгән һағыштар ташҡын булып күңелдән урғылғанда, кем менәндер һөйләшеп ултырғы килмәй шул. Илап бер аҙ бушанып алһын тип, үҙ фатирыма йүнәлдем.
     Мөслимә менән Рәшит республика дауаханаһында таныша. Егет медицина институтының уҡыу программаһына ярашлы практика үтергә килһә, Мөслимә бер аҙ аҡса эшләү маҡсатында кискеһен санитарка булып эшкә урынлаша. Яңғыҙы өс бала үҫтергән тол әсәһе медицина училищеһында белем алған ҡыҙына әллә ни ярҙам итә алмағас, студент үҙ йүнен үҙе күрергә тырыша.
    Танышлыҡ – дуҫлыҡҡа, дуҫлыҡ яйлап мөхәббәткә әүерелә. Яҡшы уҡыған Рәшит һөйгәненә ҡалдырған дәрестәрен үҙләштерергә һәр ваҡыт ярҙам итә. Дипломды улар бер үк йылда ала. Егет баш ҡала дауаханаларының береһенә күҙ табибы булып эшкә урынлаша, ҡыҙ иһә санитарка вазифаһынан шәфҡәт туташына үрләй. Йәй аҙағында йәштәр өйләнешергә ҡарар итә. Рәшит буласаҡ ҡатынын ата-әсәһе менән таныштырыу өсөн ауылға алып ҡайта. Ғүмер буйы мәктәп директоры, аҙаҡ райондың мәғариф бүлеге мөдире булып эшләүсе Нәзифә ханым менән шәхси эшҡыуар Ғәлинур әфәнде ҡыҙға әллә ни алсаҡлыҡ та, ҡунаҡсыллыҡ та күрһәтмәй. Улдарының өйләнергә теләүен белгәс, улар: “Ярай, сентябрҙең 20-нә һората барырбыҙ”, – тип ҡуя.
       Был көн яҡынлаша килә Мөслимә табын әҙерләшергә әсәһенә ярҙам итеү өсөн ауылға алданыраҡ ҡайтып китә. Яңғыҙ ҡатын буласаҡ ҡоҙағыйҙары алдында һыр бирмәҫ өсөн бурысҡа батып булһа ла ихата-ҡаралтыларын йүнәттерә, ҙур табын ҡора. Мәрхүм иренең, үҙенең туғандары саҡырыла, бүләктәр алына. Тик көтөлгән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа, кейәү ҙә билдәләнгән көнгә килмәй. Араларҙың алыҫ булыуын һылтау итеп, бәлки, икенсе көнгә килерҙәр, тип көтәләр, әммә бушҡа ғына. Мөслимә, һөйгәне өсөн борсолоп, баш ҡалаға юллана. Вокзалдан тура Рәшит йәшәгән ятаҡҡа, унда булмағас, дауаханаға бара. Хеҙмәттәштәре менән һин дә мин һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп ултырған егетте күргәс, ул ни әйтергә белмәй, аптырап ҡала. Ә Рәшит һис ни булмағандай өндәшә:
– Һин барыһын да аңлағанһыңдыр тип уйлағайным... Ғәфү ит, мин әлегә өйләнергә әҙер түгелмен. Тағы ла берәй йыл йөрөп торайыҡ. Ятаҡта ғаилә менән йәшәү уңайһыҙ, әсәйеңдең дә туй үткәрергә мөмкинлеге юҡ...
        Башҡа һүҙҙәрен тыңларға Мөслимәнең хәленән килмәй. Бүлмәһенә ҡайтып, өс көн, өс төн ғәрлегенән илап ятҡандан һуң, Өфөнән алыҫыраҡ китергә ҡарар итеп, эштән ебәреүҙәрен һорап, ғариза яҙа. Әллә күпме аҡсаһын түккән, ҡыҙым кейәүгә сығыр, тип өмөт иткән әсәһенең күҙенә күренергә лә ояла.
       Курсташы Әминәгә барып ярҙам һорай. Хирургия бүлегенә эшкә урынлашҡас, хәлен белдереп, әсәһенә хат яҙа. Йылға яҡын ваҡыт үтеүгә күңел яралары бер аҙ уңала төшә. Бала саҡтан яратҡан һөнәрен еренә еткереп атҡарған өсөн хеҙмәттәштәре лә үҙ итә, дуҫтары ла барлыҡҡа килә. Бер көн “тиҙ ярҙам” машинаһы ауыр хәлдәге ҡатынды алып килә. Ваҡытында дауаханаға мөрәжәғәт итмәгәнлектән, Сәлимә апайҙың һуҡыр эсәге шартлаған була. Шәкәр ауырыуы уның хәлен тағы ла насарайта. Операциянан һуң ике айға яҡын һауығып китә алмаған ауырыу ҡатын Мөслимәне ваҡытлыса үҙ фатирына йәшәргә саҡыра. Аҡса еткерә алмаған ҡыҙға ла, һәр ваҡыт медицина ярҙамына мохтаж кешегә лә был уңай була. Бер-береһенә ярҙам иткән ҡатындар бик ныҡ дуҫлашып китә.
Ҡыҙ, хәрби комиссариат аша Новосибирск ҡалаһында йәшәүсе улы Филүсте ҡайтарыуҙарын һорап, ғариза артынан ғариза яҙыусы Сәлимә апайҙы йәлләй. Өфөгә яҙған хатына яуап килгәс кенә әсә кеше уның Чечня һуғышына оҙатылыуын белә. Филүс ярты йылдан ғына капитан погондары тағып ҡайтып төшә. Ике аҙна тирәһе аралашҡас, ике яралы йөрәк (Сәлимә апайҙың һөйләүе буйынса, егеттең ҡатыны унан айырылып, тыуған яҡтарына ҡайтып киткән. Һуңғы алты йылда хәрби ҡаласыҡтар буйлап ул үҙе генә ил гиҙгән) ҡауышырға була. Тағы ла туй мәшәҡәттәре һәм документтар юллау менән 20 көн үтә һәм йәштәр Новосибирск ҡалаһына юллана.
         Мөхәббәт утында ҡанаттарын көйҙөргән 24 йәшлек Мөслимә һәм хәрби тормоштоң ауырлығын айырылыу ғазаптары менән бергә татыған 40-ты уҙған Филүс һәүетемсә генә йәшәп китә. “Ҡыҙыу нөктә”ләргә йыш ҡына командировкаға оҙатылған ир ҡатынына әлегә бала тапмай торорға, ә юғары белем алырға кәңәш итә. Тағы ла алты йылдан ул отставкаға китә, ә Мөслимә ҡулына табип дипломы алғас, ғаилә тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә.
       Бөгөнгә тиклем күршеләрем матур тормош кисерҙе. Ғаилә башлығы, 60 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, ниндәйҙер ҙур ғына компанияның хәүефһеҙлек хеҙмәтендә эшләй, ике йыл элек уны Сорғот ҡалаһындағы филиалға күсерҙеләр. Ике ҡыҙҙары үҫеп килә. Әхирәтем иһә ҡала дауаханаларының береһендә эшләп йөрөй. Фатирҙары артыҡ ҙур булмаһа ла, Иглин ҡасабаһы янында гөрләп торған баҡсалары бар. “Йәнем-бәғерем”дән һалдырып һөйләшмәһәләр ҙә, ир менән ҡатын араһында оло ихтирам тойғоһо, ҡәҙер-хөрмәт бар. Иң мөһиме – ҡыҙҙары, атай-әсәй, тип өҙөлөп тора.
         Күршемдең яңылышлыҡ менән ошо бәхетен юғалтып ҡуйыуынан оҙаҡ ҡурҡып йөрөнөм. Һағышлы йырҙар тыңлағанда, шиғырҙар уҡығанда күҙҙәренән йәштәре аҡҡанына йыш ҡына шаһит булырға тура килде. “Улым тыуһа, Рәшит тип ҡушыр инем. Хәҙер ейән тыуғанын көтәм инде”, – тип ысҡындырҙы бер тапҡыр. Ҡыҫҡаһы, мөхәббәт ҡатыш нәфрәт һәм һағыныу менән үрелгән ғазап булып, Мөслимәнең йөрәгендә һаман да Рәшит йәшәй ине. Ярты йыл буйы йыш ҡына күршемде: “Рәшиттән сәләм юҡмы?” – тип йонсотҡандан һуң, башҡаса һорамаҫ булдым. Ысынлап та, 20 йыл элек еңел генә өйләнеүҙән баш тартҡан егет бөгөн килеп үкенестәр белдереп йөрөмәҫ инде...
       Юҡ шул, яңылышҡанмын! Йөрәге бөтөнләй таш түгел икән күҙҙән сүп эҙләүсе духтырҙың (бала саҡта мин өләсәйемдән окулист һәм отоларингологтың кем булыуын һорап аптыратҡас, ул миңә, ҡолаҡты сайырҙан таҙартыусы һәм күҙҙән сүп эҙләүсе духтырҙар, тип яуап биргәйне. Шунан бирле уларҙы өләсәйемсә атайым). Мөслимәнең тыуған көнөндә мимоза сәскәләренән оло гөлләмә тотоп эшенә барып еткән. Әлдә генә лә күршекәйем шул ваҡытта сираттағы ялын алып, ҡыҙҙары менән йылы яҡта ял итеп ҡалған. Рәшит үкенестәр һәм һағыныуҙар тулы сәләм хаты ҡалдырған. Имеш, ваҡытында уға әсәһе, юғары белемле табипҡа ярым етем шәфҡәт туташы пар була алмай, тип өйләнеүгә юл ҡуймаған.
– Нимә тип яуап бирәһең? – тигән һорауымды бирҙем дә, күҙ йәштәре һәм яуап көтөп, Мөслимәгә текәлдем. Йыуатыу һәм әрләү һүҙҙәренән мул ғына запас та әҙерләп ҡуйҙым хатта.
– Ә ниңә яуап биреп торайым, ти? Дүрт яғы ҡибла, пар иткән ҡатыны менән йәшәһен. Ә кем мине тиң иткеһе килде, уҡытып, табип итеп алды бит. Иремдең бәҫен төшөрөп, ышанысын тапап, тәүге мөхәббәт тип сабыр әмәлем юҡ.
Шатлығымдан күршемде ҡосаҡлап алдым! Ҡатын-ҡыҙҙың сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа, тиһәләр ҙә, кәрәк мәлендә уларҙан да аҡыллы кеше юҡ бит ул!

Автор:
Читайте нас: