“Сәләмәтлек поезы” – халыҡ һаулығы һағында

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауылдарҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн республика буйлап “Сәләмәтлек поездары” йөрөй. Был акция 2026 йылдың 4-8 май көндәрендә Бөрйән районында ла үтә.

“Сәләмәтлек поезы” – халыҡ һаулығы һағында“Сәләмәтлек поезы” – халыҡ һаулығы һағында
“Сәләмәтлек поезы” – халыҡ һаулығы һағында

4, 5 һәм 6 майҙа Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре — эндокринолог, пульмонолог, гастроэнтеролог һәм ревматолог — Байназар ауылында ҡабул итәсәк.

Был көндәрҙә шулай уҡ Байназарҙа «Стоматология» күсмә стоматология кабинетынан стоматолог-терапевт һәм стоматолог-хирург эшләйәсәк.

Байназарҙа белгестәргә түбәндәге ауылдарҙа йәшәүселәр мөрәжәғәт итергә тейеш:

Әбделмәмбәт, Аҫҡар, Байназар, Брәтәк, Исламбай, Ҡилдеғол, Ҡолғана, Ҡурғашлы, Мәһәҙей, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Мораҙым, Нәби, Яңы Монасип, Иҫке Монасип, Һарғая, Яуымбай.

7 һәм 8 майҙа Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре — эндокринолог, пульмонолог, гастроэнтеролог һәм ревматолог — Иҫке Собханғол ауылында ҡабул итә. Улар өҫтә аталған ауылдарҙан башҡа барлыҡ ауылдарҙың халҡын Иҫке Собханғолда тикшерәсәк.

Шулай уҡ 7 һәм 8 майҙа «Стоматология» кабинеты белгестәре — стоматолог-терапевт һәм стоматолог-хирург — Ғәҙелгәрәй ауылында эшләй.

Белгестәргә яҙылыу өсөн ФАП фельдшерына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Уларға белгестәрҙе ҡабул итеү өсөн кәрәкле минималь лаборатор һәм инструменталь тикшереүҙәр исемлеге ебәрелгән.

Иң мөһиме, паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкағыҙ булһын.

Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Акция 2026 йылдың 11 сентябренә тиклем дауам итәсәк.  Тулы расписание менән республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин: https://health.bashkortostan.ru/activity/27005/ 

Автор:
Читайте нас