Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Декабрь 2025, 17:39

Районда сираттағы модулле ФАП асылды

Бөгөн Тимер ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, заманса медицина учреждениеһы сафҡа инде. Тантанала район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Насыров, ауыл биләмәһе башлығы Ғайса Ғайсин һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Районда сираттағы модулле ФАП асылды
Районда сираттағы модулле ФАП асылды

Рәмил Миңлеәхмәт улы тимерҙәрҙе ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап:

-Бөгөн Тимер ауылы өсөн тарихи, иҫтәлекле көн. Яңы ФАП ауыл халҡының сәләмәтлеген һаҡлауға, иҫкәртеүгә ҙур өлөш индерәсәгенә, уңайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы алыуға булышлыҡ итәсәгенә шигем юҡ.

Һуңғы ике-өс йыл эсендә “Һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау”программаһына ярашлы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бик күп эштәр башҡарыла. Беҙҙең районға ла был программаның файҙаһы бихисап булды – бөгөн 17-се яңы ФАП-ты асабыҙ. Ағымдағы йылда 5 ФАП асыуҙы планға алғайныҡ, тиҙҙән Һарғая, Исламбай һәм Ҡотанда төҙөлөш эштәре тамамланасаҡ. Районда барлығы 25 ФАП булһа, быйылғы эштәрҙе тамамлауға 20-һе яңыртылды тигән һүҙ. Икенсе йылда, программаға ярашлы, 3 ФАП эшләү планға алынһа, ҡалған ике ауылда ла яҡын киләсәктә яңыртылыр, тип уйлайым.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының төҙөклөгө бик мөһим, сөнки унда халыҡтың һаулығын һаҡлау буйынса әһәмиәтле эштәр башҡарыла. ФАП-тарҙың ауылдарҙа барлыҡҡа килеүе – “Берҙәм Рәсәй” партияһының инициативаһы булды. Проект президентыбыҙ тарафынан хуплау тапҡас, бөтә Рәсәй буйынса заманса ФАП-тар төҙөлә башланы. Бинаның төҙөлөү өлөшө федераль бюджеттан финансланһа, биләмәне кәртәләү, электр, һыу, интернет үткәреү, канализация эшләтеү кеүек эштәр район бюджетынан башҡарыла. Әлбиттә, был сығымдар мөһим түгел, сөнки, беҙҙең өсөн халыҡтың һаулығы тәү сиратта. Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк, шуға ла барығыҙҙы ла йыл һайын диспанцеризация үтеп торорға саҡырам. Заманса йыһазландырылған өр-яңы ФАП ауыл халҡының мәнфәғәтенә яҙһын, - тине.

Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Рәис улы үҙ сығышында иҫтәлекле сара менән ҡотлап, яңы бинала ситтән тороп диагностика үтеү мөмкинлеге булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йәғни, ауылда фельдшерға күренгән ваҡытта, ул ҡала дауаханаһындағы белгестәр менән кәңәшләшеп, артабан дауаланыу өсөн ҡалаға барыу кәрәкме-юҡмы икәнен асыҡлай аласаҡ тине. Баш табип ауылдың фельдшеры Розалия Мырҙабаеваға оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн почет грамотаһы тапшырҙы.

Ал таҫмаларҙы киҫеү хоҡуғы район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллинға, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Насыровҡа, ауыл биләмәһе башлығы Ғайса Ғайсинға һәм Тимер ауылында оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Сәмиғә инәй Баязитоваға бирелде.  

Фотолар: https://vk.com/album-13580677_308245656

Б.ТИМЕРҒӘЛИЕВ фотолары

Районда сираттағы модулле ФАП асылды
Районда сираттағы модулле ФАП асылды
Районда сираттағы модулле ФАП асылды
Районда сираттағы модулле ФАП асылды
Районда сираттағы модулле ФАП асылды
Районда сираттағы модулле ФАП асылды
Районда сираттағы модулле ФАП асылды
Районда сираттағы модулле ФАП асылды
Районда сираттағы модулле ФАП асылды
Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас