Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Октябрь , 10:00

Генетик сирҙәрҙе дауалауҙа яңы осор башлана

Инновацион дауаны Рәсәйҙең 23 төбәгенән 47 пациент 2025 йылдың тәүге яртыһында аласаҡ.

Генетик сирҙәрҙе дауалауҙа яңы осор башлана
Генетик сирҙәрҙе дауалауҙа яңы осор башлана

Республиканың Генлы дерматоздар үҙәге командаһы тиренең генетик сирҙәрен дауалауҙа яңы осорға әҙерләнә.

Тиренең һирәк осрай торған генетик сирҙәренән яфаланған пациенттарға ярҙам итеүсе “Күбәләк-балалар” хәйриә фонды эксперттары Өфөлә “Тиренең орфан сирҙәренә дусар пациенттарҙы диагностикалау, дауалау һәм оҙата барыуҙа иннвацион ысулдар” тип аталған күсмә конференция үткәрҙе. Сара быйыл Генлы дерматоздар үҙәге асылған Республика тире-венерологик диспансер базаһында үтте. 

Республикала 19 кеше буллезлы эпидермолиз һәм 24 кеше ихтиоз сиренә дусар. Башҡортостанда бөтәһе 43 меңдән ашыу ауырыу тиренең генетик һәм ауыр хроник сирҙәренән яфалана.

Фонд төбәк үҙәктәренә медицина эксперттары әҙерләргә булыша. Шулай уҡ пациенттар менән эшләү өсөн патронаж хеҙмәттәрен үҫтереүҙе лә күҙ уңында тота. Фонд эксперттары диагностиканың төп һорауҙарын яҡтыртҡандан һуң хеҙмәттәштәрен генодерматоздарҙың һуңғы ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.

Практика өлөшөндә табиптар зарарланған тирене дауалауҙа ҡулланылған, үҙебеҙҙә етештерелгән бәйләү материалдары – үҙенсәлекле селтәр бәйләүестәре менән танышты. Яңы таргет терапияһы препараттарын яраларға һөртөү техникаһы буйынса практикум үткәрелде. Рәсәйҙең 23 төбәгенән тәүге 47 пациент инновацион дауаны 2025 йылдың  тәүге яртыһында аласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: