Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2 сентябрҙән 8 сентябргә тиклемге аҙнаны Тире сирҙәрен иҫкәртеү аҙналығы тип иғлан итте. Рәсәйҙә дерматология сирҙәре менән ыҙаланған 8,8 миллион кеше иҫәпләнә. Йыл һайын илдә тире һәм тире аҫты туҡымаһы сирҙәренең яңы осраҡтары теркәлеп тора. Шуларҙың 20 проценты экземаға, 14 проценты – псориазға,12 проценты атопик дерматитҡа тура килә. Шулай уҡ тирелә яман шеш осраҡтары ла күҙәтелә.
Тире сирҙәренең барлыҡҡа килеү сәбәптәре төрлө. Гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәү, дарыуҙар, көнкүреш химияһы, патологик бәшмәксәләр, вирустар һәм бактериялар тәьҫире, организм системаларының эшмәкәрлегендәге тайпылыштар, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, тире йәрәхәтләнеүе – барыһы ла тире сирҙәренә килтереүе ихтимал.
Тире сирҙәрен йоҡтороуҙан ябай ғына ҡағиҙәләрҙең һаҡлауы мөмкин: гигиена сараларын күҙәтеү (бары үҙеңдең тараҡ, ҡырғыс кеүек гигиена сараларын, кейемде файҙаланыу); үҙеңде тикшереү – тире торошон күҙәтеп тороу (үҙгәрештәр күҙәтелгәндә, сабыртмалар күренгәндә табипҡа күренеү); сирле кешеләр һәм хайуандар менән аралашмау; солярийға йөрөүҙән баш тартыу, ҡояшта йыш ҡыҙынмау; йәрәхәттәрҙе ваҡытында зарарһыҙландырыу; дөйөм сәләмәтлек торошон күҙәтеү, яҡшы туҡланыу.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.