Йыл һайын был көндө XXI быуат афәтенең таралыуына юл ҡуймау өсөн төрлө саралар үткәрелә. Акциялар, лекциялар, мәғлүмәт сәғәттәре, әңгәмәләр, квестар һәм башҡалар. Быйыл да ҡағиҙәнән ситләшеү булманы. Бөрйән районының барлыҡ белем биреү учреждениеларында, волонтерҙар берекмәләрендә, мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында иҫкәртеү саралары уҙҙы.
Мәҫәлән, урындағы бүлексә волонтерҙары һәм «Йәш Гвардия» активистары урамда «СТОПВИЧСПИД-тың ҡыҙыл таҫмаһы» иҫкәртеү акцияһын үткәрҙе. Улар ауыл халҡына һәм ҡунаҡтарына ҡыҙыл таҫма беркетелгән мәғлүмәт буклеттары, ҡулланмалар, листовкалар таратты. Шулай уҡ ҡыҙыл таҫманың ВИЧ менән ауырығандар өсөн түгел, ә ауырыу кешеләрҙе аңлап ҡабул итеү символы булараҡ икәнлеге хаҡында ентекләберәк һөйләнеләр.
«Сәләмәтлегебеҙ - беҙҙең ҡулдарҙа. Уның хаҡында хәстәрлек күреү - тормошобоҙҙағы иң тәү сираттағы бурысыбыҙ, тип иҫәпләй райондың йәш быуыны. Беҙ уның хаҡында ҡайғыртмаһаҡ, кем ҡайғыртыр? Сәләмәт йәшәү рәүеше күптән инде райондың байтаҡ халҡы өсөн маҡсатҡа әүерелгән», - тине «Йәш Гвардия»ның Бөрйән районындағы бүлексәһе етәксеһе Мәүсилә Нурғәли ҡыҙы.