Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Сентябрь 2023, 09:00

29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө

Донъя кимәлендә киң танылған кардиохирург, «Милләт сәләмәтлеге лигаһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Лео Бокерияның файҙалы, фәһемле, шул уҡ ваҡытта ябай өс кәңәшен тәҡдим итәбеҙ.

29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө алдынан белгестең һәр кем өсөн файҙалы, фәһемле, шул уҡ ваҡытта ябай өс кәңәшен һеҙгә лә ишеттермәксебеҙ. Йөрәкте нисек һаҡларға?
Иң беренсе аҙым – зарарлы ғәҙәттәрҙән ҡотолоу. Кардиохирургтың раҫлауынса, тап йәшәү рәүешенең дөрөҫ ойошторолмауы йөрәк сирҙәренә илтә лә инде.
Икенсе яҡшы ғәҙәт – оҙайлы, сәләмәт йоҡо. Кәм тигәндә ете сәғәт йоҡларға, бер үк ваҡытта ятырға һәм уянырға кәрәк, ти Лео Бокерия.
Кардиологтың өсөнсө кәңәше – көн һайын ун мең аҙым яһау, гел хәрәкәттә булыу.
Ошо ябай ғына тойолған ғәҙәттәрҙе үҙ итә алһаҡ, күпме кеше һау-сәләмәт булыр ине, тип иҫәпләй йөрәк белгесе.
29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө
29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө
Автор:
Читайте нас: