Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Сентябрь 2023, 11:00

Һаҡ булығыҙ: ололар күпләп мөрәжәғәт итә башлаған

Район үҙәк дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 3 аҙнала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырыусылар һаны 2 тапҡырға артҡан.

Һаҡ булығыҙ: ололар күпләп мөрәжәғәт итә башлаған
Һаҡ булығыҙ: ололар күпләп мөрәжәғәт итә башлаған

Тәүге 2 аҙнала балалар күберәк ауырыһа, һуңғы аҙнала ололар күпләп мөрәжәғәт итә башлаған. Үтеп барған аҙнала сирлеләрҙең дөйөм һаны – 78, шуларҙың 42 балалар.

Ковид менән ауырыусылар районда июнь айынан алып теркәлмәгән. Шулай ҙа һаҡланыу мөһим, сөнки һуңғы аҙнала Өфө, Учалы, Белорет райондарында был ауырыу менән теркәлеү осраҡтары булған.

Киҙеүҙән һаҡланыу өсөн дауаханала прививка яһатыу мөмкинлеге бар. Әлбиттә, был осорҙа  ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү фарыз: шәхси гигиенаны тоторға, бинаны даими елләтергә, С витамины булған аҙыҡ-түлек ашарға кәрәк.   

Бынан тыш, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, физкультура менән шөғөлләнеү, дөрөҫ туҡланыу мөһим.

 

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: