Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов:
“Коронавирус осоро табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының хеҙмәте халыҡ өсөн ниндәй кәрәк һәм әһәмиәтле икәнен күрһәтте. Районыбыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ эшенә яуаплы, кеше һаулығына һаҡсыл ҡарашта икәнен ғәмәлдә раҫланы.
Бөгөн кескәй генә балалар мин ҙурайғас табип булам, ти икән - был да һеҙҙең хеҙмәткә үҙенә күрә баһа, хөрмәт.
Һеҙгә үтенес: үҙегеҙҙең йылдар буйы туплаған тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ, йәш белгестәрҙе районға йәлеп итеү юҫығында эшләгеҙ, эшегеҙҙән кинәнес алып, имен-һау эшләгеҙ”, - тине һәм бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Матур һәм йөкмәткеле сара район мәҙәниәт һарайы әртистәренең, бейеү һәм вокаль ансамблдәренең, район үҙәк дауаханаһы үҙешмәкәрҙәренең матур-матур сығыштары менән аралаштырып алып барылды.
Тулы материал гәзиттең 25-се һанында.