Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
24 Апрель 2023, 10:05

Бала ауырымаһын ул...

Бөгөн сабыйҙар үлемен кәметеү – төп бурыстарҙың береһе.     

2022 йылда Берҙәм лицензиялар реестрында педиатрия буйынса эшмәкәрлек алып барыуға лицензия алған медицина ойошмалары һаны 7,4 процентҡа артты, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Элек теркәлгән 430 медицина учреждениеһына  тәү тапҡыр лицензия алған 32 медицина ойошмаһы өҫтәлгән.

–Балаларға тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе  лицензиялары булған дәүләт, муниципаль һәм шәхси ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар башҡара. Был йәһәттән мәсьәләләр Рәсәй закондарында ҡаралған тәртип  менән көйләнә, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Педиатрия – сабыйҙарға,  балаларға һәм үҫмерҙәргә медицина ярҙамы күрһәтеүсе тармаҡ. Бөгөн балалар медицинаһында төп бурыс – сирҙәрҙе иҫкәртеү. Иҫкәртеү прививкаларының Милли календарына ярашлы, ваҡытында вакцинация үткәреү, нәҫел патологияларын асыҡлау буйынса скрининг программаларын башҡарыу мөһим.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарын тәьмин итергә кәрәк. Уларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү. Шуларҙың араһында иң мөһиме – сабыйҙар үлемен бер мең яңы тыуған сабыйға 5,5 осраҡтан 2024 йылға 4,5 осраҡҡа тиклем кәметеү.

“Май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡҡа.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Башҡортостан гәзите

Бала ауырымаһын ул...
Бала ауырымаһын ул...
Автор:
Читайте нас: