Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә коронавирусҡа бәйле һуңғы хәлдәр ҡаралды. Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы вәкиле белдереүенсә, әлегә хәлдәр сағыштырмаса тотороҡло булып ҡала. Шуға күрә ковидҡа ҡаршы сараларҙы көсәйтеү кәрәкмәй.
Әммә ведомствола күкрәк балалары һәм оло йәштәгеләр араһында сирлеләрҙең артыуын билдәләйҙәр.
“Беҙҙә бер йәшкәсә балалар араһында үҫеш бара, 100 мең кешегә – 198 күрһәткес. 65 йәштән өлкәнерәктәр – 122, 50-64 йәштәгеләр араһында – 99 сирле”, – тип билдәләне белгес.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙнала коронавирус инфекцияһы менән сирләү кимәле 10 процентҡа артҡан. Сағыштырыу өсөн, уҙған ете көндә күрһәткес 32 процент тәшкил иткән. Ә бына ОРВИ менән сирләүселәр һаны 21 процентҡа артты (24 мең осраҡ). Был турала һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һөйләне. Уның белдереүенсә, миҙгел сирҙәрен иҫкәртеүҙең юлы бер – вакцинация.
Әле ковидҡа ҡаршы вакцинаны 2990061 кеше яһатһа, киҙеүҙән – 257631 кеше. Был пландың 11 проценты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров предприятиелар менән эште көсәйтергә ҡушты. Быйыл эш биреүсе иҫәбенә гриптан вакцина алған хеҙмәткәрҙәрҙең һанын арттырыу планлаштырыла.
– Предприятиелар менән һөйләшергә кәрәк. Быйыл күберәк кешегә предприятиелар иҫәбенә вакцина яһатырға тура киләсәк, – тине Радий Хәбиров.