Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Сентябрь 2022, 09:20

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, санитар авиация үҫешеүен дауам итә.

Республика балалар клиник дауаханаһында ауыр хәлдә ятҡан кескәй пациент артынан Мәскәү ҡалаһындағы Һәләкәттәр медицинаһы федераль үҙәгенең Санитар авиация үҙәгенән санитар авиация борты килде.  Махсус борт Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторолдо.

Кескәй пациент Санкт-Петербургтағы дәүләт педиатрия университеты шарттарында дауалау өсөн эвакуацияланды. Баланы юлға анестезиологтар һәм реаниматологтар әҙерләгән. ”Медицина эвакуацияһы уңышлы үтте”, тип белдерҙе дауахананың баш табибы Рөстәм Әхмәтшин.

Телемедицина консультацияһы мәлендә федераль үҙәк белгестәре баланы Санкт-Петербургҡа күсерергә тәҡдим иткән.  Бында уға махсус дауа билдәләнәсәк. Быйыл республиканың санитар авиацияһы 148 осош яһаны һәм 154 кешегә ашығыс ярҙам күрһәтте.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-09/auyr-h-ld-ge-balany-auy-yuyn-tel-ybe-2941443

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, санитар авиация үҫешеүен дауам итә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, санитар авиация үҫешеүен дауам итә.
Автор:
Читайте нас: