Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Август 2022, 15:10

Телемедицина хәҙер хыял түгел

Федераль кимәлдәге дистанцион медицина ярҙамын алыу өсөн һәр кеше үҙен дауалаған табипҡа йәки бүлексә мөдиренә мөрәжәғәт итә ала.  

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм уның “Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, Республика клиник психиатрия дауаханаһы белгестәре телемедицина технологияларын йышыраҡ ҡуллана башланы.

 2021 йылда  табиптар тарафынан 105 телемедицина консультацияһы үткәрелгән, ә быйыл ете айҙа уларҙың һаны 85-кә еткән. Яңы технологиялар ярҙамында республика пациенттарының В.М. Бехтерев исемендәге психиатрия һәм наркология милли медицина тикшереү үҙәге, В.П. Сербский исемендәге милли үҙәк белгестәренә мөрәжәғәт итеүе мөмкин.

Бөтә видеоконференциялар бәйләнештең яҡланған каналдары аша үткәрелә. Федераль кимәлдәге дистанцион медицина ярҙамын алыу өсөн һәр кеше үҙен дауалаған табипҡа йәки бүлексә мөдиренә мөрәжәғәт итә ала.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Автор:
Читайте нас: