-28 °С
Ясна
Диспансеризация барышында 2 яман шеш, 7 шәкәр диабеты, 102 йөрәк-ҡан тамырҙары, 28 ашҡаҙан-эсәк, 3 тын алыу органдары ауырыуҙары һәм башҡа төрлө 143 сир асыҡланған.
Дауаханала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн маммография үтеү, яңы ҡуйылған аппаратта ашҡаҙанды тикшереү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ эхокардиография бүлмәһе асылды. Кискә тиклем эшләүселәр шаршамбы көнө киске сәғәт 7-гә тиклем килеп күренә ала.
Дөйөм алғанда, көн дә 4 кеше диспансеризация үтергә килә. Тағы ла коронавирус сирен үткәреүселәр өсөн тәрәнәйтелгән диспансеризация үтеү мөмкинлеге ҡаралған. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, ваҡытында диспансеризация үтегеҙ.