Бөтә яңылыҡтар

Республикала ковидҡа ҡаршы сараларҙы ғәмәлдән сығарыу күҙалланмай

«Башҡортостанда коронавирус менән сирләү осраҡтары кәмей, һуңғы аҙнала 25 процентҡа аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта һуңғы тәүлектә 1702 осраҡ асыҡланған, был — юғары күрһәткес, эпидемиологик сараларҙы йомшартыу тураһында һөйләргә иртәрәк. 

Республикала ковидҡа ҡаршы сараларҙы ғәмәлдән сығарыу күҙалланмай
Республикала ковидҡа ҡаршы сараларҙы ғәмәлдән сығарыу күҙалланмай

Мэр Сергей Собяниндың указы менән 15 марттан Мәскәүҙә битлек кейеү режимы һәм башҡа ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр бөтөрөлә. Быға ҡарата Роспотребнадзорҙың республика идаралығы аңлатма бирҙе.

«Башҡортостанда коронавирус менән сирләү осраҡтары кәмей, һуңғы аҙнала 25 процентҡа аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта һуңғы тәүлектә 1702 осраҡ асыҡланған, был — юғары күрһәткес, эпидемиологик сараларҙы йомшартыу тураһында һөйләргә иртәрәк. Ковидҡа ҡаршы саралар буйынса ҡарарҙар Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге оператив штабта ҡабул ителә», — тип белдерҙе Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-14/snyatie-deystvuyuschih-antikovidnyh-mer-v-bashkirii-poka-ne-planiruetsya-2727646

Автор:
Читайте нас: