Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Февраля 2022, 04:29

Балалар коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны нисек үткәрә?

Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығында һөйләнеләр. Башҡортостанда 12-17 йәшлек 2 427 үҫмер яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы «Спутник М» вакцинаһын эшләткән. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова һүҙҙәренсә, балалар прививканы яҡшы үткәрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны нисек үткәрә?Балалар коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны нисек үткәрә?
Балалар коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны нисек үткәрә?

«Температура күтәрелеү осраҡтары бик һирәк осрай. Йышыраҡ — урындағы реакциялар. Хәйер, ковидты ла балалар еңелерәк кисерә. Һүҙ социаль дистанция тураһында түгел, ә ауырыу менән бер бүлмәлә үткәрелгән сәғәттәр хаҡында бара. Коронавирустың инкубация осоро бер тәүлеккә тиклем ҡыҫҡарҙы», — тип билдәләне министр урынбаҫары брифингта.

Әйткәндәй, 8 февралгә республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны 145 773-кә еткән. Тәүлек эсендә сир йоҡтороуҙың 2 396 осрағы асыҡланған, 308 пациент — стационарҙа, 15 472-һе өйҙә дауалана. Бер тәүлектә коронавирус ҡорбандары 10-ға артҡан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-08/v-minzdrave-bashkirii-rasskazali-kak-deti-perenosyat-vaktsinu-ot-koronavirusa-2684850

Автор: