Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
31 Ғинуар 2022, 11:51

Палата №11 йәки тажзәхмәт менән көрәш көндәлеге (2020 йыл)

Тажзәхмәт-тажзәхмәт, тип саң ҡағыуыбыҙға йыл да булып килә. Ҡасандыр Ҡытайҙың Ухань ҡалаһын ғына түгел, тотош донъяны пыран-заран иткән сир беҙҙең Бөрйәнгә лә килеп етер, тип ике ятып бер төшкә инмәне.

Палата №11 йәки тажзәхмәт менән көрәш көндәлеге (2020 йыл)
Палата №11 йәки тажзәхмәт менән көрәш көндәлеге (2020 йыл)
Ботлап инә мыҫҡаллап сыға
 
Һиңә яҙылған мотлаҡ һиңә ҡағылмайынса ҡалмаҫ, ә һинең тәҡдиреңә яҙылмаған нәмә мотлаҡ һине урап үтер, тип өйрәтә динебеҙ ҙә.
Ҡайҙа, ҡасан эләктерелгәндер был зәхмәтте – бер Аллаһ белә. Шуныһы ғына асыҡ: мин уны эҙләп йөрөмәнем.
Сирҙең билдәләренең береһе – еҫ һиҙеүҙе юғалтыу, тиҙәр. Был нәмә миңә янамай – танауым күптән еҫ һиҙмәй. Уның да тарихы бар. Гайморит булғайны. Сирләһәк, билдәле, беҙ иң беренсе табипҡа түгел, таныш-тоношҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Минең бер әхирәтем: ”Бальзамический мазға һарымһаҡты ваҡ итеп ҡырып ҡушып, мамыҡ менән тампон яһап танауыңа тыҡ – ярҙам итә”, - тине. Башҡортҡа шундуҡ ат дозаһы кәрәк бит инде – бер тырнаҡ һарымһаҡты ҡырып тығып, танау янды. Еҫ белмәй күптән.
Тәүҙә хәлем бөтөп, эшкә ҡул бармай йөрөнөм. Шулай ҙа эшкә барҙым. Редактор теге температура үлсәгес “бистәлит”ен маңлайға яҡын килтереп, температураны үлсәне – эшкә ярарлыҡ. Ул арала уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенә йүгерҙем – унда ла температураны үлсәп кенә индерҙеләр – әллә нисә сәғәт ултырып ҡайттым.
Төшкө ашҡа ҡайтҡас башланды ғәләмәт: ҡоҫоп, температурам күтәрелеп маз булынды. Тажзәхмәт йоҡмаһын, тип, ихатаға күпме сыҡһам, шунса әрем төймәсектәрен 7-11 бөртөк итеп сәйнәп, интернеттан видео ҡарап, шундағыса, керән тамырынан (хрен) төнәтмә эшләп эсеп, теге яман сиргә ҡаршы оборона тотоп йөрөлә ине инде. Юҡ, үткәнгә оҡшамай был сир. Йөрәктең хәлен алды. Үҙемдең саралар ярҙам итмәгәс, “тиҙ ярҙам” ға шылтыратам: мин шулай-шулай үләндәр эстем, температура төшмәй, тейем. Тиҙ килде “тиҙ ярҙам”. Укол ҡаҙап, дарыуҙар яҙып киттеләр. Үҙ-үҙеңде дауалау менән шөғөлләнмә, тип киҫәттеләр.
Төнөм инде температура менән көрәшеп, ыңғырашып үтте. Тән туҡмалған кешенеке кеүек. Ер шарында 52 йыл йәшәп, биш тапҡыр операция өҫтәленә ятып та былайтып ауырығанды белмәгәс, таныштар аша инфекционистың номерын табып, шылтыратып, хәлемде һөйләнем. Әлеге лә баяғы коронавирус түгелме икән, тигән уй мейене сүкеп-сүкей. Тын ҡыҫылыу, йүтәл булмағас, түгелдер, дүшәмбе хирургҡа һәм терапевтҡа ҡабул итеүгә яҙылыр кәрәк, ти табип, минең ниндәй үләндәр менән маз килгәнде ишеткәс. Үҙебеҙҙең чатҡа ла шаяртып яҙам: “Минең хәлем юҡ, коронавирус булмаһа ла, шуның ҡустыһы менән ауырыйым, шикелле...” Итем һөйәгемдән айырылып барған кеүек һыҙланыу алды тәнде. Тағы ла: температура 38,5-38,8-ҙән төшмәй. Бер парацетамол, ярты аспирин эсеп ҡарайым – файҙаһы юҡ.
Дүшәмбене саҡ еткерҙем. Таң менән анализ биреп, табипҡа төштән һуң барҙым. Дауахана тауына өстө ял итеп саҡ мендем. Минең «бәхеткә», температура үлсәп ултырған ҡыҙ юҡ саҡ – йылп итеп инеп, сират алам терапевтҡа. Тышта килеп тороп көн эҫе, ә эстә - үтатма. Эскәмйәнән урын алып, табипты көтәм. Ниһайәт, миңә сират етә. Эскә инеп хәл–әхеүәлде бәйән иткәс, табип: ”Ниңә индерҙегеҙ кешене юғары температура менән?” - тип көйә. “ Унда берәү ҙә юҡ саҡта индем”, - тейем. Мине йәһәтләп инфекционист бүлмәһенә алып баралар. Унда ҡарап-тикшереп, дарыу-үләнде дозаһынан артыҡ ҡулланғанһың, тип, дарыуҙар яҙып ҡайтаралар. Ятам тегеләр яҙған ике мең ярымлыҡ дарыуҙарҙы аҡыллы ғына һәм ваҡытында эсеп. Юҡ, төшмәгәс төшмәй температура. Төнгә оторо ҡыҙып күтәрелә.
Иртәгәһенә миңә инфекционист үҙе шылтырата: ”Шаршамбы йә йома Белоретҡа КТ-ға (компьютер томографияһына) бараһығыҙмы, ярты сәғәттән яуап кәрәк”, - ти.
Икеле-микеле уйҙарға бирелеп ятҡас, шаршамбы барырға, юғиһә һуң булыуы бар, тигән ҡарарға киләм. Тамаҡҡа аш бармай, һыу эсәм дә һыу эсәм.
Шаршамбы Белоретҡа юлланабыҙ. Мин “тиҙ ярҙам” менән бармаҫҡа булдым – улым алып бара, унда сирлеләр бара, берәйһендә теге тажзәхмәт булып ҡуйһа...

Госпиталдә

Һе, тиергә генә ҡалды. Кешенән ҡурҡып йөрөһәм, үҙем кеше өсөн ҡурҡыныс булып сыҡҡанмын – сиратта тороп, КТ үтеп сыҡҡас, һөҙөмтәләрен бөгөн әйтмәйҙәр, тигәстәре, йәһәтләп ҡайтыу яғына һыпырттыҡ. Сермәнгә килеп еткәс, “тиҙ ярҙам” да эшләүсе Розалия шылтырата: “Айһылыу апай, һиңә табип кире боролорға ҡушты. Поражение 2/3, тиҙәр”, - ти. Ҡот китте. Кире боролоп елдерәбеҙ.
Хәҙер беҙҙе КТ үткән ерҙән өҫтәрәк бинала ҡарайҙар. Бер аҡ халатлы ҡан баҫымын үлсәй, береһе бармаҡты бер дүрткел нәмәгә ҡыҫтырып ниҙер үлсәй. Минең хәл мөшкөл. “Гарифуллину в ковидгоспиталь”, - ти табип. Икеһе лә скафандрҙа. Хәҙер инде аңыма барып етә – миндә теге... теге тажзәхмәт...
Шәфҡәт туташы микән – йәһәтләп мине етәкләп тигәндәй икенсе ҡатҡа мендерә. 11-се палатаға алып бара, юрған, мендәр тышы, простыня тоттора. Миңә инде ҡайҙа алып барһалар ҙа, ни эшләтһәләр ҙә – барыбер. Бынау температура төшһөн дә берәй ергә инеп йығылырға ғына кәрәк...
Одеялға тышын кейҙерерлек хәлем юҡ икәнде күргәс, мине йәлләпме, хәлемә инепме, скафандрҙағы шәфҡәт туташы үҙе ярҙам итә. Мин ятырға тип әҙерләнеп бармағас, бер нәмәм юҡ. Улым менән киленем төнөн тигәндәй магазиндан миңә кәрәкле әйберҙәр алып килеп ҡалдырҙы. Ул арала миңә ЭКГ эшләп, система ҡуйып та ебәрҙеләр. Арҡа ауырта, тын алыу ҡыйын. Эсегеҙгә ятығыҙ, был сирҙән шулай кәрәк, тиҙәр. Тағы: мосолман уң ҡабырғаһында ятырға тейеш, тигәнде белгәс, бер табип та пәйғәмбәребеҙҙән, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдән аҡыллы була алмай әле, тип мин хатта ныҡашып уң ҡабырғама ятам.
Төнөн венаға, кендек тапҡырына, йомшаҡ ергә әллә нисә укол эшләп киттеләр.
Йоҡларһың йоҡламай ҙа. Палаталағы ете сирленең өсөһө шәкәр диабеты менән яфаланғандар. Уларға Аллаһ үҙе түҙем бирһен – көнөнә 6-9-шар система, бихисап укол, шәкәрҙәрен үлсәйҙәр, уныһы 24-26 булып китә. Бешәләр генә укол, система менән. Билдәле, укол-системанан һуң батшалар йәйәү йөрөгән ергә йөрөү зарур. Төнө буйы тәпишкәләр шипылдай, сирлеләр ыңғыраша, көркөлдәгәне, тыны ҡыҫылғаны ҡайҙа.
 
Аллам ғына һаҡлаһын

Иртәгәһенә таң менән һәр төрлө анализ алып бөттөләр. Таңғы биштән башлана системалар. Шап-шоп, таҡ-тоҡ. Күп итеп дарыуҙар бирәләр. Көндәлек ашай торғаны бәғзе көн 12-гә барып етә. Бәғзеһен ашаһаң, ҡоҫҡо килә. Алданыраҡ ятҡан “тәжрибәле”ләр, йоморолай йоторға кәрәк, тигәстәр, сәйнәп тормай ғына ебәрәбеҙ. Ҡурмас урынына ашайбыҙ инде, башҡортса әйткәндә.
Төшкә ҡарай температура төшөп, хәл инде бит. Бер нисә намаҙ ҡазаға ҡалды. Намаҙҙы ҡалдырһам, үлермен төҫлө. Туҡта, мәйтәм, Айһылыу, тор, намаҙға йәбеш, йәшәгең килһә... Көс-хәл менән тороп, тәһәрәтләнәм дә ҡалған намаҙҙарҙы ҡаза ҡылам. Әлдә эргәлә батарейка – шуларға йәбешә-йәбешә торам. Хәл юҡ икән дә баһа сәпсим. Шулай ҙа ныҡышам – миңә һауығырға, торорға кәрәк... Улымдың туйы булмаған, килен уҡып бөтмәгән... Үлергә шыпа ярамай. Сәждә һайын ялбарып шифа һорайым...
Тын алып булмай. Туҡта, һәр һулышта Аллаһты зекер итер кәрәк, шулай еңеллек килер төҫлө. Хә мииииим, Йәә Аллаһ, Йәә сииииин, тип тын алам. Ысынлап та, Аллаһтың биргәненә шөкөр – тын алыуы иркенәйеп китә.
Әллә көслө укол-системаларҙан, әллә ниҙән – миндә йоҡоһоҙлоҡ башланды. Палатала иң йәше – 1989 йылғы Белорет ҡыҙы. Ул телефон аша үҙҡурсаланыуҙа ултырған беренсе кластағы улы менән өйгә эш эшләп ҡаңғыра. Әүжәндең мәктәп директоры үҙе лә, ире лә ята. Ул да телефон аша етәкселек эштәре менән шөғөлләнә. Минән бер көн алда ятҡандар. Инсультына ошо яман сир өҫтәлгән мәрйә ныҡ ыҙалай. Ярты кәүҙәһе ҡыбырламай. Беҙ, исмаһам, тороп йөрөйбөҙ. Уға бигерәк ауыр. Теле лә тотлоҡҡас, әйткәнен йөҙ һорап, саҡ аңлайбыҙ. Әлхәмдүлилләһ, минең хәл уныҡы менән сағыштырғанда, тип йыуатам үҙ-үҙемде. Төндә йоҡлап булмағас, Наташаның йә одеялын рәтләп ябам, йә ул ни һорай, шуны алып бирәм. Уға ҡыйын булһа, барып медсестраларҙы саҡырам.
Ҡоҙағыйы тейеш Зифа апай ныҡ ҡарай уны – ҡалаҡлап ашата, телен дә аңлай. Үҙе лә шәкәрҙән ыҙалай.

Көнөбөҙ бер иш үтә: системалар бөтһә, икенсеһен алмашҡа ҡуйығыҙ, йә, бөтһә, алығыҙ, тип йәшерәк кешене – мине йүгертәләр. Өлкәндәргә хеҙмәт итмәй булмай – хәрәкәт тә, сауап та булһын, тип шипылдап китәм...
Сатурация һәйбәтләнә, хәрәкәт итегеҙ, тын алыуға гимнастика эшләгеҙ, ИВЛ-ға ятмаҫҡа тырышығыҙ, ти ир табип. Йәнтәслимгә тырышабыҙ. Үҙебеҙҙең хәл самалы – сайҡалып-сайҡалып, яңы тыуған быҙау ише тәнтерәкләп китәбеҙ. Әүжән мәктәбе директоры көслө рухлы, оптимист ҡатын – әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, шулайтайыҡ, былайтайыҡ, тип кенә тора.
 
Бирәм тигән ҡолона

Аллама мең шөкөр – һәр ваҡыт юлыма һәйбәт кешеләр сығара. Танышып ята торғас, Мәһәҙейҙәге күршем Алһыу еңгәйҙең бер туған апайы булып сыҡты палаталашым Гөлнур апай. Тас Алһыу еңгәй кеүек алсаҡ, ихлас, ярҙамсыл. Үтһеҙ кеше миңә килеште - көслө укол-дарыуҙарҙан ашҡаҙанмы-бауырмы, ашҡаҙан аҫты биҙеме үлтереп ауырта башланы. Бер төн башҡалар ҡур-шар йоҡлағанда ултырып таң аттырҙым. Гөлнур апай ғүмере буйы бала табыу йортонда эшләгән. Белмәгән нәмәһе һәм кешеһе юҡ. Миңә дарыуҙар бирҙе - аҙыраҡ ебәрҙе ауыртыуҙар. Туҡта, мәйтәм, Аллаһы Тәғәлә бушҡа уятмайҙыр, тип, төнгө намаҙ уҡыйым, доға ҡылам, зекер әйтәм. Һин намаҙ уҡығас, беҙҙең палата иң таҙаһы һәм хәүефһеҙе, тип ебәрә мәрйәләр. Береһе бер, ҡуй, уҡыма, тимәйҙәр – шуға һөйөнәм. Бер көн бер мәрйә шәфҡәт туташы бер плитә шоколад тотоп килгән – һин намаҙ уҡыйһың, ҡайным мосолман, уның рухына аят уҡы әле, ти. Уҡыным. Бер көн Гөлнур апай мәрхүм әсә-атаһын төшөндә күреп илап алды. Тыныслан, атай-әсәйең рухына аят бағышлайым, тип “Йәсин” уҡыным. Һәүетемсә алға барған кеүекбеҙ.
 
Башҡорт ҡына килһен инде

Төнгә ҡарай бер оло ғына инәйҙе индереп һалдылар. Ҡураныс ҡына кәүҙәле, әммә кәүҙәһен тура ғына тотоп йөрөгән 79 йәшлек әбей икән. Бәй, үҙебеҙҙең Янһарынан Манапова Кәбирә инәй булып сыҡты. “Башҡорттар бармы, миңә сәй ҡайнатып эсерегеҙ, тамаҡ ҡатты”, - тигән бойороҡ ҡатыш үтенесен башҡорто ла, мәрйәһе лә бергә ҡушыла һалып үтәнек. Һәр кемебеҙ ризығын бүлеште. Инәйебеҙ телефондан һөйләшеп, тегеһенә-быныһына бойороҡтарын биреп, ил-көн хәл-әхеүәлен белешеп кенә ултыра. Мин ҡайтыр саҡта ҡайғырып ҡалды: ”Иң ныҡ теләгәнем – берәй башҡорт килһен инде”, - тине. Аҙаҡ уның хаҡта хәбәр килде: русса белмәйем тигән инәйебеҙ мәрйәләр менән тыпылдатып русса һөйләшеп ултыра, беҙҙә кеше ныҡ ауырый, тип район хәлдәрен дә бәйән итә икән.
Ятҡанының иртәгәһенә ауылдан ҡыҙы килде. “Аҡса бирәйем, тигәйнем, нисек бирәм инде”, - тип ҡайғыра инәйебеҙ. “Ҡайғырма, инәй, аҡсаң булыуын булһа, нисек биреү ысулын табырбыҙ”, - тип йыуатам. Инәйҙең ҡыҙы килгәс, мин уның аҡсаһын бер моҡсайға һалып, ауыртмаҡҡа эргәһенә алма һалып, ҙур ике ҡатлы тәҙрәне көскә асып аҫҡа һелтәйем. Нәҡ ошо мәлдә палатаға шәфҡәт туташы килеп инеп: ”Ғарифуллина, кисә ярым үлек хәлдә ята инең, бөгөн тәҙрәгә үрмәләргә эшкиндеңме?” - тип шелтә бирергә лә өлгөрҙө.
Ҡайтыр саҡта ризыҡтарҙы райондаш инәйгә ҡалдырҙым - уға әле оҙон һәм ауыр дауалау курсын үтәһе бар. Үҙ аяғында, имен-һау ғына ҡайтһын инде Бөрйәненә!
 
Белорет мосолмандарына рәхмәт

Мин, билдәле, госпиталдең итле аштарын, һурпаларын ашамайым. Хәләл булмай ҡуйһа, бынау саҡ ятҡанда ҡырҡ көн доғам ҡабул булмай ҡуйһа, тип ҡурҡам. Мәрйәләр, әйҙә, аша ла ҡуй, һин һуғышта кеүекһең, бара, һиңә бит көс, һурпа кәрәк, тип әжеүәләйҙәр. Юҡ, мәйтәм, мин доғам ҡабул булмаҫ, тип ҡурҡам. Әлеге мәлдә уларҙың ҡабул булыуы миңә бик кәрәк. Кәтлит, тефтели, сосискаларҙы башҡаларға бирәм дә, бутҡаһын ашайым. Бер көн бер мосолман шылтырата: “Айһылыу апай, һиңә хәләл аш килтерҙек”, - ти. Баҡһаң, Белорет мосолмандарының бер чатымы-төркөмөмө бар икән – шунда яҙһаң, (ҡыҙым яҙған) дауаханаларҙа ятыусы мосолмандарға хәләл ризыҡ килтерәләр икән. Өс тапҡыр килтереп киттеләр, Аллаһ риза булһын, сауаптарын насип итһен. Манты, һурпалы аштарын бөтә палата менән ашап кинәндек! Рәсүл хәҙрәтебеҙ минең хәлде ишетеп, өс тапҡыр ризыҡ килтереп китте. Уның билмәндәре, һурпалы йылы ашы менән байрам табыны ҡорҙоҡ. Мин госпиталдән сыҡҡас та алып барып киткән, Әүжән мәрйәләре мосолмандар беҙгә пир ойошторҙо, тип ҡыуанғандар. Эйе, була бит шундай изге күңелле бәндәләр – Аллаһтың рәхмәте генә яуһын үҙҙәренә.
 
Барыһына рәхмәт

Минең системаларҙы кәметтеләр. Уколдар күп, дарыуҙар ҙа. Баш әйләнеп, әйҙе-көйҙө булып йөрөйбөҙ. Коридорға сыҡһаң да битлектә йөрөргә. Сәбәпһеҙ сыҡмайбыҙ. Процедура бүлмәһе яғына барһаң, коридорға сыҡһаң, шул палатанан фәлән үлгән, был үлгән, тигән насар хәбәрҙәр ишетелә. Ҡот осоп ҡына йөрөйбөҙ. Әҙәм башына килгән ҡырғын бит. Ул һинең милләтеңде, йәшеңде, фамилияңды һорап тормай. Тәүге смена ҡыҙҙары эй шәп булды. Йүгереп йөрөп ҡаранылар. Ашарға ла шул ике шәфҡәт туташы ташый. Бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабанан ғына ашаталар. Артабанғыларына ауырыраҡҡа төштө – көндән-көн сирлеләр арта, коридорҙа яталар. Бөрйәндәр килә – баш ҡағып иҫәнләшеп үтәләр. Докторҙар иртәнге туғыҙҙа палата һайын йөрөп ҡарай башлай. Сатурация (күҙәнәктәрҙең кислород менән тәьмин ителеше) насар булмаһын инде, тип ҡурҡып ултырабыҙ. Ул төшһә, сығыу юҡ бынан.
- Бөрйәндеке берәүҙең хәле хөрт, доға ҡылығыҙ, - тип әйтеп китте бер санитарка. Ҡылабыҙ инде. Көнө-төнө ҡылабыҙ, Аллаһыҙ булмай был зәхмәттән ҡотолоп. Телебеҙ зекерҙә гел.
КТ- хәл иткес
Һәр береһен икенсегә КТ үткәрәләр. Шуның һөҙөмтәһе буйынса сығыу-сыҡмауың хәл ителә. Һәйбәт булһын инде, тигән теләк һәр кемдә. Сатурацияһы кәмегәндәргә өҫтәмә дауалау билдәләйҙәр. Уларға ла Аллаһ түҙем бирһен.
 
Аҡ халатлы фәрештәләр

Бөгөнгө замандың иң хәүефле һөнәрелер ул медик булыу. Заман афәтенә ҡаршы көрәшеп, беҙҙең ғүмеребеҙ, һаулығыбыҙ һағында торған барсаһына мең рәхмәт һәм Аллаһтың рәхмәте яуһын! Ғаиләһен дә ҡайтып күрмәй, үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, тотош смена буйы дауаханала йәшәп, эшләп ятыусы аҡ халатлы фәрештәләргә ни әйтһәң дә аҙ төҫлө! Ике генә шәфҡәт туташы күпме эш башҡара – етмешләгән сирлене ҡарай, тәрбиәләй, ашатып эсерә, система-уколдарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Таблетницаларға дарыуҙар бүлеп һалыуға ғына ике сәғәт ярым ваҡыт китә, тиҙәр. (Кеше артҡас, тағы эш өҫтәлә инде). Палаталарҙа ут насарыраҡ булһа, ике ҡат резина бирсәткә кейгән, ауыр скафандрҙа тирләп-бығып, ҡалын битлек аша саҡ тын алып, махсус күҙлек аша саҡ күреп йөрөгән шәфҡәт туташтары бәғзеләрҙең ҡан тамырын таба алмай аҙаплана. Уларға аҙ булһа ла ярҙам булһын тип, телефондың фонарен ҡабыҙып торабыҙ. Һуҡранмай, берәүҙе бер әрләмәй, риза булып ҡына эшләп йөрөйҙәр. Үҙҙәре лә, ғаилә ағзалары ла һау ғына булһын инде! Рәхмәт уларға!
 
Өйгә!

Ниһайәт, КТ һөҙөмтәһе әҙер. - Һине йәкшәмбе сығарам, тине табип. - Өйөңдә 14 көн бер үҙең йәшәйһең. Ә минең яңғыҙ йәшәрлек, үҙемде ҡарарлыҡ рәт юҡ. Балалар үҙҙәренә ҡайтты. Улым менән киленем кеше фатирына ваҡытлыса күсте. Шунһыҙ булмай. Һаулыҡ ҡиммәт. Былай ҙа минең менән аралашҡастары, һәр береһе КТ үтте, дауалау курсы алды.
«Коронованная королева» һымаҡ ҡайттым – ирем Белоретта йөрөй белмәгәс, кейәү – бер машинала уны эйәртеп, йәмғеһе ике машина минең арттан барып, тажлы ханбикә булып, “пятерка” менән “десятка” булһа ла, автомобилдәр кортежы менән ҡайтылды, үәт. Артта ҡырын ятып киләм – ултырыр хәл юҡ. Юлдағы мосафирҙар ҡул болғай. Башҡа саҡта: ”Туҡта, ултырт, мосафирҙың доғаһы ҡабул була”, - тигән мин: ”Туҡтама, таж ҡурҡыныс”, - тип киләм.
Ҡайтыуға балалар өйҙө бушатып сығып баралар. Йөрәк өҙөлә: ”Ҡайҙан килеп эләкте ошо зәхмәт. Йөрәк ярып сыҡҡан балаңа һаулыҡ та һораша алмай, арҡаһынан ҡағып тупылдатып һөйә алмай алыҫтан тилмереп ҡарап торсәле...”
Өйгә инеү ҡайҙа? Үҙемдән үҙем сикәнеп, шундуҡ - мунсаға. Сумка-кейемдәр ҙә соланда төнәй әле бер нисә көн. Спирт менән эшкәртелеп, һабынлап йыуылып яйлап ҡына инә өйгә.
Өс көн биреп ҡайтарған ҡағыҙҙарын – тажлы мөһөргә күҙ һалғым да килмәй, дарыуҙарын да ашамай ятам әле. Аҙаҡ тағы дарыу, тағы аҡса. Сатурация, ҡан баҫымын үлсәгес яҙҙырып алдырам. Һүҙ өсөн түгел, фәһем өсөн – бөтә ғаиләбеҙгә илле меңдән ашыу дарыу-витамин алырға тура килгән. Ә борсолоу-хафа, йоҡоһоҙ үткән төндәр, йәнтәслимгә сир менән көрәшеүҙе үлсәр ҡалып та юҡ, уларҙы һалыр бизмән дә юҡ!
Иң мөһиме – үҙ аяғымда ҡайтылды. Тормошҡа ҡарашты 180 градусҡа үҙгәртте был сир. Ғибәҙәтемде, зекеремде арттырҙым. Бик оҙайлы һәм ҡыйын буласаҡ аяҡҡа баҫыу процесы, тинеләр. Бөтә нәмә - Аллаһ ҡулында. Хатта бер генә һулышыбыҙ ҙа! Элек көйгәнгә көймәйем, борсолғанға төкөрөп бирәм. Иң мөһиме – мин тере, мин – балаларым, ғаиләм менән. Әлегә Раббым минең өсөн иң хәйерле һәм бәхетле булған ошо юлды миңә инселәгән, тәҡдир ҡылған. Ошоноң өсөн рәхмәттәрем сикһеҙ Уға - ғәләмдәр Раббыһына!
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: