Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Ғинуар 2022, 09:25

Эпидемиолог «омикрон»дың төп билдәләре тураһында һөйләне

«Омикрон» менән сирләгәндә хәлһеҙлек, баш ауыртыу, һирәгерәк осраҡта еҫ һәм тәм һиҙеү һәләтен юғалтыу кеүек билдәләр күҙәтелә. Коронавирустың яңы штамы киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләренә оҡшаш: температура 38 градусҡаса күтәрелә, тән һыҙлай, тымау башлана, тамаҡ ҡысыта, аппетит юғала. Балаларҙың тәненә тимгелдәр сығыуы ихтимал. Күптәр ауырыуҙы еңел формала үткәрә, әммә «омикрон» тиҙ тарала, бронхтарҙы, үпкәне тиҙ зарарлай. Халыҡ күп йыйылған урындарҙа сир йоҡтороу ихтималлығы арта, сөнки ул биш тапҡырға тиҙерәк тарала, — тип белдерҙе Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов.

Эпидемиолог «омикрон»дың төп билдәләре тураһында һөйләне
Эпидемиолог «омикрон»дың төп билдәләре тураһында һөйләне

18 ғинуарҙа Өфө мэрияһында уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш эпидемиологы, Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов яңы штамдың төп билдәләре тураһында һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, «омикрон» менән сирләгәндә хәлһеҙлек, баш ауыртыу, һирәгерәк осраҡта еҫ һәм тәм һиҙеү һәләтен юғалтыу кеүек билдәләр күҙәтелә.

«Коронавирустың яңы штамы киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләренә оҡшаш: температура 38 градусҡаса күтәрелә, тән һыҙлай, тымау башлана, тамаҡ ҡысыта, аппетит юғала. Балаларҙың тәненә тимгелдәр сығыуы ихтимал. Күптәр ауырыуҙы еңел формала үткәрә, әммә «омикрон» тиҙ тарала, бронхтарҙы, үпкәне тиҙ зарарлай. Халыҡ күп йыйылған урындарҙа сир йоҡтороу ихтималлығы арта, сөнки ул биш тапҡырға тиҙерәк тарала», — тип белдерҙе Азат Мөхәмәтйәнов.

Ауырыуҙы, шул иҫәптән яңы штамды иҫкәртеү саралары элеккесә ҡала. Тәү сиратта вакцинация һәм ревакцинация, ҡулдарҙы йыуыу, битлек кейеп йөрөү, социаль дистанцияны һаҡлау, антисептиктар ҡулланыу, бинаны даими елләтеү.

Өфө мэры Сергей Греков хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшөн өйҙән эшләүгә күсереү мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты, шулай уҡ ауырыу билдәләре булғандарҙан өйҙә ҡалыуҙарын һораны.

Эпидемиолог «омикрон»дың төп билдәләре тураһында һөйләне
Эпидемиолог «омикрон»дың төп билдәләре тураһында һөйләне
Автор:
Читайте нас: