«Әлегә беҙҙә коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло, – тине республика етәксеһе. – Әммә беҙ яҡын арала сирҙең сираттағы тулҡыны менән осрашыуға әҙер булырға тейешбеҙ. Шуға медицина учреждениеларында койкалар резервын күҙ уңында тоторға, дарыуҙар запасын әҙерләргә, йәнә ирекмәндәр штабының эшен йәйелдерергә кәрәк. Ә иң мөһиме – санитар-эпидемиологик сараларҙы үтәүгә контролде көсәйтеү».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин федераль Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау системаһының «омикрон» штамы менән көрәшкә әҙерлеген тәьмин итергә ҡушты.
Дүшәмбе, 17 ғинуарҙа, уҡыусылар каникулдан сыға, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы белем биреү учреждениеларында медицина инспекторҙарының эшен ойошторорға ҡушты.
«Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа шуны аңларға бурыслы: әгәр бала сирләп торһа, ул өйҙә ҡалырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә белем биреү учреждениелары етәкселәренә яңы сирек башланыр алдынан ата-әсәләр йыйылыштарын үткәрергә һәм уларға быны ентекләп аңлатырға кәрәк. Мәктәптәрҙә сир таралыуына юл ҡуйырға ярамай».
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, 14 ғинуарға яңы коронавирус инфекцияһы йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 124 855-кә еткән.