Тәү сиратта беренсел система — поликлиникалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары нығытыуға мохтаж, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
«Эш менән республика буйлап йөрөй башлағас, ниҙәр генә күрмәнем. Беҙҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттары немец хәрби әсирҙәре өсөн баракта, 1890 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡайны. Ә беҙҙә халыҡтың 1,7 миллионы ауылда йәшәй, фельдшер-акушерлыҡ пункттары иһә 1960. Беренсел звеноны комплекслы модернизациялау федераль программаһының ярҙамы ҙур, уның буйынса республика 2025 йылға тиклем 18 миллиард һум аҡса алырға тейеш. Ошо мәсьәләнең хәл ителә башлауы бик яҡшы, юҡһа, элек медицина үҙәктәрен булдырыуға иғтибар итәләр ине, беҙҙә онкология, кардиология үҙәктәре бар.
Икенсе мөһим мәсьәлә — кадрҙар. Әйткәнемсә, әгәр беҙҙә 2021 йылғы сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла медицинаға килһә, кадрҙар етешмәү мәсьәләһе бөтөнләй хәл ителер ине. Юҡ бит. Улар ҡайҙа китә? Кемдер медицинаның үҙенең булмышы түгел икәнен аңлап, икенсе өлкәлә эш таба, башҡалары иһә коммерция нигеҙендә эшләгән һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына бара. Был проблеманы аҡса менән дә хәл итеп булмай — фельдшерға миллион һум бирәбеҙ, ул өс йыл эшләй ҙә ситкә сығып китә. Шуға медицина колледжын тамамлағандарға, шәфҡәт туташы, санитар булып эшләгәндәргә юғары белем алыуҙа ярҙам итергә кәрәк тип иҫәпләйем.
Өсөнсөһө — яңы технологиялар. 1960 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 1800-өндә интернет бар. Әйтәйек, фельдшер пациенттың кардиограммаһын республика кардиология үҙәгенә ебәрергә һәм белгестән консультация алырға мөмкин. Йәки икенсе проблема — кешегә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асыу өсөн табипҡа барып тормайынса ғына уның менән бәйләнешкә инергә була. Дөйөм алғанда, киләсәк — телемедицина ҡулында. Мин бына шуны әйтергә теләгәйнем, табиптарға ҙур рәхмәт», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.