Каникулдар дауам итә. Ләкин төрлө миҙгелле инфекциялар, башҡа сирҙәр өсөн ял юҡ. Шуға, хәбәр итеүебеҙсә, район үҙәк дауаханаһында табиптар халыҡты каникул осоронда ла ҡабул итә.
Табип-педиатр Нургизә Бәхтиәр ҡыҙы Дәүләтбаева менән шәфҡәт туташы Миңзәлә Факил ҡыҙы Шәрипова эш урынында.
-Кисә, 3 ғинуарҙа, 7 баланы ҡабул иттек. Улар ОРЗ (киҫкен респираторлы сир) менән мөрәжәғәт итте. Температуралары күтәрелгән, йүткерәләр. Бер баланы дауаханаға һалдыҡ, ҡалғандары өйҙә дауаланасаҡ, - ти табип.
Нургизә Бәхтиәр ҡыҙы сығышы менән Баймаҡ районының беҙҙең районға яҡын ғына ятҡан Муллаҡай ауылынан икән. Былтыр медицина университетын тамамлағас, Бөрйәнгә эшкә килгән.
-Ныҡ һыуыҡ булмаған көндәрҙә балаларҙы күберәк саф һауала уйнатығыҙ. Шул уҡ ваҡытта халыҡ күп йыйылған урындарға йөрөмәй тороу, битлек режимын, дистанция һаҡлау мөһим, - тине педиатр.
Ә Миңзәлә Факил ҡыҙы Иҫке Собханғолда тыуып-үҫкән. Медицина тармағында – 2005 йылдан, педиатрия бүлегендә 2012 йылдан эшләй.
Ал-ял белмәй райондаштарҙың һаулығы һағында хеҙмәт иткән медицина хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар, именлек теләйек. Барыбыҙ ҙа имен-аман булайыҡ.