Беренсе прививканан һуң кешелә һаҡлаусы антиесемдәр барлыҡҡа килә, әммә был процесс оҙаҡ бара һәм улар вирустан һаҡлау һөҙөмтәһен бирә алмай. Икенсеһен яһағандан һуң һөҙөмтә нығытыла, тотороҡло һәм оҙайлы күҙәнәк кимәлендәге иммунитет барлыҡҡа килә һәм 21 көндән һуң үҙеңде тулыһынса вакциналанған, тип иҫәпләргә мөмкин.
"Спутник Лайт" вакцинаһы ла район үҙәк дауаханаһына килтерелә. Ул бер компонентлы. Препарат ауырғандан һуң ярты йыл үтеүгә прививка яһатырға ҡарар итеүселәр һәм яңынан яһатырға теләүселәр өсөн уңайлы. 18-60 йәшлек граждандарҙы вакциналау өсөн рөхсәт ителә. "Спутник Лайт" беренсе тапҡыр вакцина яһатыу өсөн дә ҡулланыла. Был осраҡта прививка тураһында сертификат бер уколдан һуң уҡ бирелә.
Әлеге көндә поликлиникала бөтә төр вакциналар ҙа бар.
Вакцина эшләтергә теләүселәр Бөрйән район үҙәк дауаханаһына эш һәм ял көндәрендә мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ ауылдарға ла дауахана графигына ярашлы күсмә вакцинация ойошторолған.