Һуңғы арала республикала, шул иҫәптән Бөрйән районында ла вакцина яһатыусылар һаны арта. Хатта, ҡайҙалыр халыҡтың 100%-ы ла тажзәхмәткә ҡаршы укол ҡуйҙырған. Ревакцинация һәм прививканың тәүге компонентын эшләтеүселәр ҙә күбәйә.
Ләкин күптәргә вакцина эшләтеү еңелдән бирелмәй. Мәҫәлән, Алһыу исемле ҡыҙҙы миҫалға алайыҡ. Уға 24 йәш, кеше күп килгән ойошмала бухгалтер булып эшләй. Вакцина тураһындағы фейк мәғлүмәттәргә ышана. Етмәһә, ҡайһы бер медицина препараттарына һиҙгерлеге (аллергия) бар. Районда прививка кампанияһы башланғас, антиваксер позицияһына тороп, вакцинацияға ҡырҡа ҡаршы була. Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ киләсәктә бала таба алмаҫмын, тип ҡурҡа.
Шулай ҙа, эш урынында вакцинацияны талап иткәстәр, эшләтергә тура килә. Ҡурҡыу һәм икеләнеү аша беренсе процедураға бара. Вакцинанан һуң хәлһеҙлек барлыҡҡа килә, башҡа төрлө кире тәьҫир тоймаған. Вакцинаның икенсе этабын еңел үткәрә.
Ҡурҡыуҙарын иҫкә төшөргән Алһыуҙың йөҙөндә хәҙер бары йылмайыу ғына сағыла. Үҙе кеүек икеләнеп, имеш-мимештәргә ышанғандарға официаль мәғлүмәттәргә таянып эш итергә, һаҡланыу сараларын үтәп, вакцинанан ҡурҡмаҫҡа саҡыра.
Бындай осраҡтар бөгөн күп. Антиваксерҙар фекерен ыңғай яҡҡа үҙгәртә, шуныһы ҡыуаныслы.