Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
27 Сентябрь 2021, 15:50

Республикала 279 мәктәп карантинға ябылған, 730-ында коронавирус осрағы асыҡланған

Башҡортостанда балалар күпләп ауырый. Был турала республиканың Роспотребнадзор идаралығы етиксеһе Анна Казак хәбәр итте.

Республикала 279 мәктәп карантинға ябылған, 730-ында коронавирус осрағы асыҡланған
Республикала 279 мәктәп карантинға ябылған, 730-ында коронавирус осрағы асыҡланған

Статистикаға ярашлы, 730 белем биреү ойошмаһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары асыҡланған.

«Биштән артыҡ кеше сирләгән кластарҙа карантин индерелә. Республиканың 279 мәктәбендә ошондай сикләү сараһы ғәмәлдә (768 класс), — тине Анна Казак. – Был аҙнала барлыҡ белем биреү ойошмаларында рейдтар уҙғарыла».

Башҡортостандың баш санитар табибы билдәләүенсә, кешеләр тынысланды. Сауҙа үҙәктәрендә, транспортта һәм күп кеше ҡатнашлығындағы сараларҙа битлек режимын һәм социаль арауыҡты үтәүгә иғтибар ителмәй. Анна Казак ошо хәүефһеҙлек сараларын ҡаты контролдә тоторға тәҡдим итте.  

Автор:
Читайте нас: