Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Сентябрь 2021, 17:15

Республика хөкүмәте премьер-министры йәнә коронавирустан вакцина яһатҡан

Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Республика хөкүмәте премьер-министры йәнә коронавирустан вакцина яһатҡан
Республика хөкүмәте премьер-министры йәнә коронавирустан вакцина яһатҡан

Уның һүҙҙәренсә, икенсе вакцинаны ул тәүгеһенән һуң бер йыл үткәс эшләткән.

«Үҙемде һәйбәт тоям. Тәжрибәм бының ысынлап та һөҙөмтәле икәнен күрһәтә. Хатта сәфәрҙәргә һәм осрашыуҙарға күп йөрөһәм дә, коронавирус йоҡторманым. Шуға күрә эшләтергәме-эшләтмәҫкәме тип шикләнгәндәрҙең бөтәһе лә ҡыйыу рәүештә уны тәҡдим итә алам. Сәләмәтлекте һаҡлауҙың иң ышаныслы ысулы тип иҫәпләйем», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.

Бынан алда «Башинформ» республика халҡына ревакцинация тураһында нимәләр белергә кәрәклеген хәбәр иткәйне. Тулыраҡ ошо һылтанма буйынса https://tanburz.ru/news/novosti/2021-09-16/chto-nuzhno-znat-zhitelyam-bashkortostana-pro-revaktsinatsiyu-ot-koronavirusa-2507224

Автор:
Читайте нас: