Бөтә яңылыҡтар
Һалым
28 Ноябрь 2023, 12:54

Һалымдарҙы түләү ваҡыты тамамлана

2 декабрҙән башлап ваҡытында түләнмәгән һалымдарға көн һайын Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкының рефинанслау ставкаһының 1/300 күләмендә пеня өҫтәлә. Кире эҙемтәләр булмаһын өсөн, һалымды ваҡытында түләргә тәҡдим итәбеҙ.

Һалымдарҙы түләү ваҡыты тамамлана
Һалымдарҙы түләү ваҡыты тамамлана

1 декабрҙә транспорт, ер һалымын һәм физик берәмектәрҙең милкенә 2022 йыл өсөн һалымды түләү ваҡыты тамамлана.

Әгәр әлеге ваҡытҡа тиклем һалым белдереүе килмәһә, уны йәшәгән урын буйынса почта, күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә йәки теләһә ниндәй һалым органында, шулай уҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты»нда йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин.

Һалымдарҙы:

- «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты» һәм «Һалым һәм пошлиналар түләү» сервистары ярҙамында;

- «Физик берәмектәр һалымы» мобиль ҡушымтаһында;

- Дәүләт хеҙмәттәре порталында;

- түләү терминалдарында һәм банктарҙың онлайн-сервистарында, федераль почта хеҙмәте бүлексәләрендә түләп була.

Өҫтәмә мәғлүмәтте Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу элемтә телефоны +7 (347) 215-10-70 (өҫтәмә номеры 55-55) йәки Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең берҙәм контакт үҙәге телефоны 8-800-222-22-22 буйынса алырға мөмкин.

 

Автор:
Читайте нас: