Бөтә яңылыҡтар
Һалым
6 Октябрь 2022, 16:43

1 декабргә тиклем мөлкәт һалымдарын түләп ҡуйырға кәрәк

Хөрмәтле һалым түләүселәр! Башҡортостан Республикаһының һалым органдары 2021 йыл өсөн мөлкәт һалымын түләүгә белдереү ҡағыҙҙары ебәрә.

1 декабргә тиклем мөлкәт һалымдарын түләп ҡуйырға кәрәк
1 декабргә тиклем мөлкәт һалымдарын түләп ҡуйырға кәрәк

Һалым белдереүен түбәндәге адрестар буйынса алырға мөмкин:

- Йәшәү урыны буйынса почта бүлексәһендә;

- Һалым түләүсенең шәхси кабинеты аша (Дәүләт хеҙмәттәре порталынан пароль менән инергә мөмкин);

- Күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй офисында (мөрәжәғәт иткән көндә 15 минут эсендә) йәки теләһә ниндәй һалым органында;

- «Физик берәмектәр һалымы» мобиль ҡушымтаһында.

2021 йыл өсөн мөлкәт һалымын 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк:

- Һалым түләүсенең Шәхси кабинетында;

- Түләү терминалдары, банктар, почта бүлексәләре аша;

- Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында www.nalog.gov.ru   «Һалым һәм пошлиналар түләү» сервисы ярҙамында.

- «Физик берәмектәр һалымы» мобиль ҡушымтаһында.

Һалым белдереүҙәрен алыу, һалым түләүсенең шәхси кабинетына тоташыу, мөлкәт һалымдарын түләү мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 8-800-222-2222 бәйләнеш үҙәгенә йәки Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының «ҡыҙыу бәйләнеш»енә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8 (347) 226-38-00.

УФНС России по Республике Башкортостан

Автор:
Читайте нас: