Бөтә яңылыҡтар
Ял
22 Июль , 14:05

Йәй “Сәйәхәт”тән башлана

Районда туристик йүнәлеш буйынса эшмәкәрлек алып барған 18 шәхси эшҡыуарҙың береһе “Сәйәхәт” тип исемләгән этноөй асып, байтаҡ туристарға башҡорттоң милли көнитмешен күрһәтеп, милли аш-һыу менән һыйлаусы Гөлфиә Григорьева. Ул быйыл да туристарҙы ихлас ҡабул итә.

Йәй “Сәйәхәт”тән башлана
Йәй “Сәйәхәт”тән башлана

Йәй миҙгеле етеү менән халыҡтың күпселеге тәбиғәткә һыйына, ҡырға, урманға, һыу буйҙарына ял итергә ашыға. Бөгөн «глэмпинг» тибындағы ял базалары популярлаша бара. Йәғни, матур тәбиғәт ҡосағында уңайлыҡтар булдырылған өйҙәрҙә ял итеү мөмкинлеге күбәйә.

Районда туристик йүнәлеш буйынса эшмәкәрлек алып барған 18 шәхси эшҡыуарҙың береһе “Сәйәхәт” тип исемләгән этноөй асып, байтаҡ туристарға башҡорттоң милли көнитмешен күрһәтеп, милли аш-һыу менән һыйлаусы Гөлфиә Григорьева. Ул быйыл да туристарҙы ихлас ҡабул итә.

Республика туризм өлкәһендәге инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдыра. Республикала эш башлаған ваҡытында Радий Хәбиров эске туризмды үҫтереү, инфраструктура булдырыу өсөн гранттар һәм субсидиялар, һалым, административ льготалар системаһын булдырырға хәл итте. Гөлфиә Григорьева ла урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса республиканан 500 мең һум күләмендәге дәүләт ярҙамы алған.

Ишдәүләт ауылында Иҙел буйында урынлашҡан «Сәйәхәт» турбазаһында ике ҡунаҡ өйө, мунса, йәйге аш өйө, ҡаҙан-мангал зонаһы бар.

Халҡыбыҙҙың боронғо өйҙәренең матур биҙәлешен, йолаларын ситтән килгән ҡунаҡтарға күрһәтеү йәһәтенән өй эстәре сағыу милли стилдә биҙәлгән. Уңған, йүнсел эшҡыуар йыл да биләмәһен шау сәскәгә күмә, емеш-еләк баҡсаһын булдырыу маҡсаты менән алма, ҡарағат, виноград емештәрен, сәскәләр ултыртҡан.

Һуңғы арала милли йәйәнән уҡ атыу популярлаша бара. Шуны күҙ уңында тотоп, эшҡыуар уҡ һәм яндар һатып алып, килгән ҡунаҡтарға яндан атып ҡарау мөмкинлеге лә булдырған. Уның әйтеүенсә, туристарға был шөғөл бик оҡшай, оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнашалар.

-Бер тапҡыр ял итергә килеүселәр икенсе юлы ла тап бында туҡталырға тырышалар, ҙур ҡәнәғәтлек менән дуҫтарына, яҡындарына тәҡдим итәләр. Эшемдән ҡәнәғәтмен. Бөрйәнде күрергә теләүселәрҙең күп булыуына ҡыуанам. Туризм буйынса үҫешергә теләүселәргә, теләк булһа, барыһы ла буласаҡ, тип әйтер инем. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигән кеүек, тырышһаң, эш ҡарышмай. Шулай уҡ хөкүмәттән дә ярҙам алыу мөмкинлеге бар, - тине Гөлфиә Ғарифулла ҡыҙы.

Йәй “Сәйәхәт”тән башлана
Йәй “Сәйәхәт”тән башлана
Йәй “Сәйәхәт”тән башлана
Йәй “Сәйәхәт”тән башлана
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: