Бөтә яңылыҡтар
Ял
31 Май , 11:30

Ял лагерында – Дуҫтар көнө!

Район мәктәптәренең байтағында көндөҙгө ял лагерҙары эшләй башланы. Иҫке Монасип мәктәбендә ойошторолған лагерға ла балалар теләп йөрөй. Кисә лагерҙа Дуҫтар көнө үткәрелгән!

Ял лагерында – Дуҫтар көнө!
Ял лагерында – Дуҫтар көнө!

-Бөгөн беҙҙең мәктәбебеҙ лагерында - Дуҫтар көнө! Ниндәй күркәм байрам! Тормошто атай-әсәйҙән, ғаиләнән, туғандарыңдан ҡала тоғро дуҫтарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, шулай бит?! Дуҫтар менән - йәшәү йәмлерәк тә, сағыуыраҡ та, ҡыҙығыраҡ та. Шатлыҡта ла, көйөнөстәр килгәндә лә яныбыҙҙа аҡыллы, киң күңелле, шәп дуҫтарыбыҙ булһын! Бар булғанығыҙ, бергә булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, ДУҪТАР!
Уҡыусылар менән дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр, әкиәттәр тынланыҡ, Сочи ҡалаһындағы Дуҫлыҡ ағасы, Өфө ҡалаһындағы Дуҫлыҡ Монументы тарихы хаҡында мәғлүмәттәр белдек. Сара һуңында командалар араһында дуҫлыҡ-берҙәмлек өсөн төрлө ярыштар үтте,- тип хәбәр итәләр Иҫке Монасип мәктәбенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

Сығанаҡ: Иҫке Монасип Мәктәбе

 

Ял лагерында – Дуҫтар көнө!
Ял лагерында – Дуҫтар көнө!
Ял лагерында – Дуҫтар көнө!
Ял лагерында – Дуҫтар көнө!
Ял лагерында – Дуҫтар көнө!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: