Бөтә яңылыҡтар
Ял
31 Май , 12:20

Көршәк тә ватҡандар, атта ла сапҡандар...

Килдеғол мәктәбе коллективы каникулды бик шәп балалар һабантуйы менән башлап ебәргән! Ауыл эргәһендәге Мулла туғайы балаларҙың шат тауышынан гөрләп торған. Әрәмә буйында тәмле ризыҡтар быу бөрккән.

Көршәк тә ватҡандар, атта ла сапҡандар...
Көршәк тә ватҡандар, атта ла сапҡандар...

-Килдеғол мәктәбе коллективы иртә менән Һарағы йылғаһы үренә— Мулла туғайына ағылды.
Мәктәп етәксеһе Сабит Фәрит улы Билалов һабантуйҙы асып, балаларҙы байрам менән ҡотланы, уҡыу алдынғыларына, юғары уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларға һәм техник хеҙмәткәрҙәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәрткәндән һуң, уйын төрҙәре, ярыштарға яуаплы уҡытыусылар менән таныштырҙы.
"Көршәк ватыу”, арҡан тартыш, тоҡ менән һуғышыу, йомортҡа һалынған ҡалаҡты тотоп йүгереү, "Ат сабыштырыу" һәм башҡа ярыштар бик сәмле барҙы.
Ярыштарҙан һуң уҡытыусылар, уҡыусылар табындарға ултырышты. Мәктәп ашнаҡсыһы Эльвира Миндеғолова, Таңсулпан Сөләймәнова һәм Клара Искужиналар йылға буйында усаҡ яғып, тәмле аш бешергәндәр
Һабантуй... Балалар һабантуйы үҙенең ябайлығы менән айырылып тора. Балаларҙың саф һауала, тәбиғәт ҡосағында ихлас күңелдән ял итеүҙәре һөйөндөрҙө. Балаларҙың шат тауыштары ғына яңғырап торһон, күктәребеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ тыныс булһын! – тип хәбәр итәләр Килдеғол мәктәбенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

Сығанаҡ:

Школьное телевидение "Кильдигул-ТВ"

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: