2024 йылдың июнендә Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө һәм Ҡорбан байрамы уңайынан ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә.
12 июнь — Рәсәй көнө илдә байрам көнө тип иғлан ителгән. Шишәмбе, 11 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Быйыл мосолмандарҙың Ҡорбан байрамы йәкшәмбе, 16 июнгә тура килә. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, байрам ялға тура килһә, ул икенсе көнгә күсерелә.
«2024 йылда биш көнлөк эш аҙнаһында 245 эш көнө. Шул иҫәптән бер сәғәткә ҡыҫҡартылған ете эш көнө (22 февраль, 7 март, 9 апрель, 8 май, 11 июнь, 10 октябрь һәм 2 ноябрь) һәм 121 ял көнө, шул иҫәптән 17 байрам һәм өс өҫтәмә ял көнө (10 май, 17 июнь, 31 декабрь)», — тиелә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белдереүендә.