Бөтә яңылыҡтар
Ял
2 Май , 12:39

Май айына һынамыштар

Май айында ямғырҙар йыш яуып торһа – йыл уңышлы килер.  Майҙа боҙ яуһа, йәйен дә яуасаҡ.  1 майҙа йылы булһа, май аҙағы һалҡынса булыр.  2 майҙа ҡайын япраҡ ярһа, йәй ҡоро килер. 

Май айына һынамыштар
Май айына һынамыштар

3 майҙа ике ҡатлы йәйғор ҡалҡһа, бер нисә көндән көслө ямғыр булыр. 
4 майҙа муйыл сәскә атһа, йәй йылы килер. 
5 майҙа төндә һалҡынайтһа, 40 көн буйына иртәләр һалҡын булыр. 
6 майҙа көн һыуыҡ булып, бер аҙнала тағы ҡабатланһа, көҙ йылы булыр. 
8 майҙа ямғыр яуһа, арыш уңа. 
9 майҙа көндөҙ ел көслө булып, кискә тынһа, тотороҡло аяҙ көндәргә ишара. 
10 майҙа ҡояш ҡалҡҡанда көн аяҙ булһа – йәй елле булыр. 
11 майҙа таң атҡанда йондоҙҙар емелдәшһә, яҡын арала ямғыр көтөлә. Күбәләктәр өйгә йәки һарайға инеп тулһа, көн һыуыта. 
12 майҙа көслө ел көслө ямғыр алып килер. 
13 майҙың йылы кисе һәм йондоҙло төнө – мул уңыш билгеһе. 
14 майҙа көн боҙолһа, ҡыш һалҡын булыр. 
15 май төнөндә һандуғас төнө буйы һайрап сыҡһа, ҡояшлы көндәр көтөгөҙ. 
16 майҙа муйыл сәскә атһа – һалҡынайта, сәскәһе күп булһа, ямғырлы йәй килә. 
17 майҙа сәпсектәр төркөмләп осһа, көслө ел булыр. 
18 майҙа ҡаҙҙар һыуҙа ҡойонһа, көндәр йылыта. 
19 майҙа ысыҡ күп төшөп, көн ҡояшлы булһа, ҡыяр уңыр. 
20 майҙа киске йәйғор – аяҙ, иртәнгеһе ямғырлы көнгә. Төндә һыу өҫтөнә томан ятып, иртән юҡҡа сыҡһа, көндәр аяҙ торор. 
21 майҙа ямғыр яуһа, бәшмәкле йыл килә. 
22 майҙа ямғыр яуһа, бойҙай һәм арыш уңыр. 
23 майҙа ямғыр яуһа, йәй ямғырлы килер.  
24 майҙа ямғыр һибәләһә, ямғырлы йәйгә юрағандар. 
25 майҙа төркөм-төркөм болоттар бер яҡҡа ғына табан аҡһа, ҡоро көндәр килә. 
26 майҙа ҡарлуғастар түбән осһа, ямғыр көтөгөҙ. 
27 майҙа яр ҡарлуғастары күренһә, йылы көндәр килә. 
28 майҙа көн ҡыҙыу булһа, йәй ҙә йылы булыр. 
29 майҙа һыуҙа томбойоҡ япраҡтары күрһәгеҙ, яҙғы һыуыҡтар бөттө тигән һүҙ.
30 майҙа көн ниндәй булһа, йәй дә шундай буласаҡ. 
31 майҙа серәкәйҙәр бер урынға йыйылһа, матур һауа торошона. Бал ҡорттары муйыл һәм миләш сәскәһенә ҡунһа, июндең беренсе көнө матур булыр. 

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: