Бөтә яңылыҡтар
Ял
27 Март , 08:45

Яҙғы лагерь эш башланы

Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбендә яҙғы каникул осоронда сәләмәтләндереү лагеры эшләй. Лагерҙың программаһы төрлөлөк яғынан бик бай, күп һанлы  мауыҡтырғыс саралар планлаштырылған. Лагерҙы асыу линейкала флаг күтәреү һәм Рәсәй, Башҡортостан гимндары менән башланды.

Яҙғы лагерь эш башланы
Яҙғы лагерь эш башланы

Лагерь сменаһын асыу тантанаһында балалар лагерҙың ҡағиҙәләре һәм закондары менән танышты, каникул осорона хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үтте, эш планы буйынса һөйләшеү булды.

Балалар үҙҙәренең отрядтары өсөн исем, девиз һәм йыр, командирҙар һайланы.

Лагерҙың һәр көнө иртәнге зарядканан башлана. Төрлө уйындар һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар үтеп тора. Балалар лагерға ҙур теләк менән йөрөй.

Бар балаларҙың да яҙғы каникулдары имен һәм файҙалы үтһен.

(Фотолар Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбе төркөмөнән).

Яҙғы лагерь эш башланы
Яҙғы лагерь эш башланы
Яҙғы лагерь эш башланы
Яҙғы лагерь эш башланы
Яҙғы лагерь эш башланы
Яҙғы лагерь эш башланы
Яҙғы лагерь эш башланы
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: