Бөтә яңылыҡтар
Ял
12 Октябрь 2023, 15:51

ТЕСТ: Ғаиләгеҙ ныҡлымы?

Балдарҙы ҡушып сығығыҙ һәм һығымталар менән танышығыҙ.

53-60 балл.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы никахығыҙҙың уңышһыҙ булыуына бөтә йөрәгегеҙ менән ышанаһығыҙ. Был хәлгә һеҙ тормош иптәшегеҙҙе ғәйепләйһегеҙ, әммә сәбәбен үҙегеҙҙән эҙләһәгеҙ яҡшыраҡ булыр ине. Ғаиләгеҙҙәге хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә һеҙҙең көсөгөҙҙән килә. Проблемаларығыҙ менән махсус белгескә мөрәжәғәт итеү ҙә файҙаға ғына.

44-52 балл.

Идеаль парҙар юҡ икәнен һеҙ яҡшы беләһегеҙ. Ғаиләләге яҡшы мөнәсәбәттәрҙең ике кешегә бәйле булыуын да аңлайһығыҙ. Ғаилә проблемаларын бергәләп еңел хәл итәһегеҙ, тик етди мәсьәләләр килеп тыуһа, ғаиләгеҙ был көрсөктө еңеп сыға алырына шикләнәһегеҙ. Борсолорға урын юҡ. Тормош иптәшегеҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ ныҡлы һәм ышанысҡа ҡоролған.

36-43 балл.

Һеҙҙең ғаиләлә барыһы ла яҡшы. Бергә йәшәүҙең иң ҡатмарлы йылдары артта ҡалған. Һеҙ яҡшы, иғтибарлы ҡатын. Тормош иптәшегеҙ башҡа йәр хаҡында уйлап та ҡарағаны юҡ!

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: