Бөтә яңылыҡтар
Ял
15 Сентябрь 2023, 11:11

Тест: Көҙ миҙгеленә нисек яраҡлашаһығыҙ?

Һәр ыңғай яуап өсөн - 2, кире яуап өсөн - 0 балл ҡуйырға

Тест: Көҙ миҙгеленә нисек яраҡлашаһығыҙ?
Тест: Көҙ миҙгеленә нисек яраҡлашаһығыҙ?

0–10 балл. Көҙгө осорға яраҡлашыу процесы бик яҡшы бара. Үҙегеҙҙе артабан да формала тоторға тырышығыҙ. Һеҙгә был йәһәттән көн режимын үтәү һәм рациональ туҡланыу ярҙам итерҙәр. Мөмкин булһа стресстан ҡасығыҙ һәм артыҡ арымаҫҡа тырышығыҙ.

12–24 балл. Һеҙ бер аҙ тонусты юғалтҡанһығыҙ. Сәбәп, моғайын, миҙгелдәр алмашыныуында ғына түгелдер. Бәлки, һеҙ дөрөҫ йәшәү рәүеше алып барырға тырышаһығыҙҙыр. Буш ваҡытығыҙҙа бассейнға йәки спорт залына барырға тырышығыҙ. Тәбиғәткә сығыу ҙа артыҡ булмаясаҡ. Ундай мөмкинлек булмаһа, 10-15 минутлыҡ иртәнге зарядканы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, хәрәкәттә - бәрәкәт икәнен онотмағыҙ!

26–40 балл. Көҙгө хандраны ҡыуып ебәрергә ваҡыт! Йоҡлар алдынан тәмле йоҡоға талыу өсөн массаж, йә иһә һыу процедуралары ярҙам итер. Иғтибар итегеҙ: йодлы аҙыҡ–түлек, төҫлө кәбеҫтә, диңгеҙ балығы, йәшелсә-емеш эшсәнлекте арттыра. Йышыраҡ саф һауала булығыҙ, тәбиғәттең мөғжизәле буяуҙарына һоҡланығыҙ. Иғтибарығыҙҙы яңы һәм ыңғай нәмәгә йүнәлтеү файҙалы: яҡындарығыҙ менән киноға, концерттарға барығыҙ, дуҫтарығыҙ һәм таныштарығыҙ менән осрашығыҙ. Иң мөһиме – өйҙөң дүрт стенаһында компьютер һәм телевизор янында ҡалмағыҙ!

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: