Бөтә яңылыҡтар
Ял
1 Июль 2023, 09:00

Балаларҙың ялы файҙалы үтә

Иҫке Собханғол мәктәбендә йәйге профилле лагерь эшләй башланы.

Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Балаларҙың ялы файҙалы үтә

Бер нисә йыл дауамында мәктәп базаһында “Мәғариф” дөйөм дәүләт проекты нигеҙендә ойошторолған Республика инженер лицей-интернаты һәм “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең “ИЗОТОП” йәйге химия мәктәбе эшләне. Быйыл иһә мәктәптә уҡыусыларҙың теүәл фәндәрҙән дә белемдәрен камиллаштырыу маҡсатында математика, информатика йүнәлеше буйынса ла сменалар ойошторолған. Профилле лагерҙа уҡыусылар лекциялар тыңлап, практик дәрестәр үтәләр, төрлө кимәлдәге миҫалдар, мәсьәләләр сисәләр, Бөтә Рәсәй олимпиадаһы эштәрен башҡаралар.  Бер юлы дәүләт имтихандарына әҙерлек тә бара.

Әүҙем, күңелле ял менән аралаштырылған йәйге мәктәп уҡыусыларға бик оҡшай. Әлеге мәлдә республиканан 35 уҡыусы (5-7 класс) математика, 30 уҡыусы (8-10 класс) информатика йүнәлеше буйынса белемдәрен камиллаштыра. Шуларҙың 23-ө - үҙебеҙҙең район мәктәптәре уҡыусылары.

Балаларҙың көнө зарядканан башлана. Иртәнге аштан һуң 15.00 сәғәткә тиклем дәрестәр уҙа. Тәнәфестәрҙә саф һауала йөрөйҙәр. 5-се яртынан 6-сы яртыға тиклем уҡыусылар логик мәсәләләр сисеп, үҙ фекерҙәрен яҡлай, иҫбатлай. Артабан – ял. Тәрбиәселәр саф һауала төрлө күңелле спорт уйындары, тәбиғәткә сәйәхәт ойоштора.

Балалар менән эшләүгә Иҫке Собханғол мәктәбе уҡытыусылары ла йәлеп ителгән.

-Үҙебеҙҙең Бөрйән уҡыусыларына йәйге мәктәп бик оҡшай. Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулаған уҡыусылар менән бер рәттән ауыр миҫалдар эшләргә өйрәнеп, үҙ көстәрен, мөмкинлектәрен һынап, артабан үҙҙәренә юғарыраҡ маҡсат ҡуйырға мөмкинселек алдылар. Миңә остаздарҙың һәр бала менән индивидуаль эшләүе, һәр береһенә ҙур иғтибар биреүҙәре оҡшаны, - тине математика уҡытыусыһы Фәнзилә Садыҡова.

-Уҡыу йылы дауамында уҡыусыларға бөтә дәрестәрҙән дә өлгөрөп, күп эштәр, өйгә эштәр башҡарырға, һәр предмет уҡытыусыһының талаптарын үтәргә тура килә. Ә яратҡан предметы менән шөғөлләнергә ваҡыты ҡалмай. Шуға ла беҙҙең лицейҙа һәр каникул һайын айырым предметтарҙы уҡытыу өсөн лагерҙар (каникул мәктәптәре) ойошторола. Уҡыусылар был лагерҙарҙа ял да итәләр, яратҡан фәнен тәрәнерәк өйрәнеп, олимпиадаларға ла әҙерләнәләр. Лагерҙар көҙгө, ҡышҡы, яҙғы каникулдарҙа лицейҙа, ә йәйге осорҙа райондарҙа ойошторола. Математика буйынса йәйге мәктәп менән Бөрйәнгә тәүге тапҡыр килдек. Балаларға бындай сәйәхәттәр бик оҡшай. Күптәре Бөрйәнгә тәүгә күрҙе. Тәбиғәттең матурлығына һоҡланалар, - тине лицей-интернаттың математика кафердарһы мөдире Ринат Мәҡсүтов.

Математика-информатика сменаһы 25 июндә башланды һәм 2 июлгә тиклем эшләйәсәк. Артабан 2-10 июлдә математика-информатика һәм спорт, 11-22 июлдә математика, 22-29 июлдә химия йүнәлештәре буйынса сменалар эшләйәсәк.

Уҡыусылар менән Өфө һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан педагогтар, Республика инженер лицей-интернаты остаздары шөғөлләнә.

Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Балаларҙың ялы файҙалы үтә
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: